

Һамар ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған ҡыҙыҡлы конкурс үткәрҙе.
Өләсәйҙәр бәйгеһендә ҡатнашыусылар ижади һәләттәрен, саялығын да, зирәклеген дә күрһәтте. Барыһы ла йомаҡтар ҡоя, әкиәттәр һөйләй, мәҡәлдәр һәм тиҙәйткестәр ҙә беләләр.
Уларҙың актерлыҡ һәләте асылды. Шаяртыуҙар, ихлас көлөүҙәр яңғыраған сара барыһына ла оҡшаны.
Сара аҙғында барлыҡ өләсәй-ҡартәсәйҙәр грамота һәм иҫтәлекле миҙалдан менән бүләкләнде. Артабан түңәрәк өҫтәл артында тәмле сәй эсеп һөйләшеүҙәр дауам итте.
Самарский Сельский-Клуб