

"Шундай ҡатын-ҡыҙҙар була"-- бар ергә лә өлгөр, һылыу, тырыш, нескә, батыр ҙа Ҡатын-ҡыҙҙар йәшәй Вәзәмдә.
Шундай исем аҫтында иң ҡыйыу, дәртле, матур ҡатындар йылына бер килеп яҙ һулышы өләшкән, йәнгә көс-дәрт биргән байрам кисәһендә ҡатнашты. Ике команда "Сәләмәтлек" һәм "Яҙғы сәскәләр" командалары үҙ көстәрен, оҫталыҡтарын күрһәтеп матур тамаша бүләк итте.
Конкурста "Таныш булайыҡ", "Оҫта ҡулдар", "Сәхнә йондоҙҙары", "Үткер күҙҙәр", "Замана модаһы" кеүек ярыштар үтте. Ике команда ла әүҙем ҡатнашып тигеҙ мәрәйҙәр йыйып, матурлыҡ һәм дуҫлыҡ еңде!
Күңелле бейеүҙәр һәм тәмле байрам сәйе менән тамамланған кисәнән матур тәьҫораттарға төрөнөп таралышты ауылыбыҙҙың гүзәл, уңған ҡыҙҙары.