Яңылыҡтар
7 Март 2023, 09:29

Уҡытыусы Рәсимә Вәлиева бәләкәй генә төбәгенә файҙалы эштәр башҡара.

Ул талапсан, үҙ эшен яратып, күңелен һалып башҡара

Уҡытыусы Рәсимә Вәлиева бәләкәй генә төбәгенә файҙалы эштәр башҡара.Уҡытыусы Рәсимә Вәлиева бәләкәй генә төбәгенә файҙалы эштәр башҡара.
Уҡытыусы Рәсимә Вәлиева бәләкәй генә төбәгенә файҙалы эштәр башҡара.

                           Уҡытыусы! Ниндәй бөйөк исем...

     Рәсәй Президенты Владимир Путин 2023 йылда Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылын үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйғайны.

Был педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең, шул иҫәптән остазлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыусыларҙың статусын таныу маҡсатында эшләнде.

Уҡытыуы –үҙе янып , бүтәндәргә яҡтылыҡ һибеүсе шәм ул.Уҡытыусы.... күпме мәғәнә, күпме аң, күпме балаларға һәм бар кешеләргә булған мөхәббәт хистәре был һүҙҙә...

    Минең һүҙем уҡыусылар , атай –әсәйҙәр араһында оло хөрмәт яулап өлгөргән , тыуған төйәгем тип янып йөрөгән уҡытыусы Вәлиева Рәсимә Ким ҡыҙы тураһында .Ул Беренсе Мырҙа ауылында тыуған, ошо уҡ ауылдың мәктәбендә белем алған һәм оҙаҡ йылдар ошо төбәктә йәшәгән уҡытыусы.Үҙе әйтмешләй, быйыл Рәсәй күләмендә лә, Башҡортостан Республикаһында ла  иғлан ителгән йыл миңә тура килә, ти. Сөнки ,2 023 йылды Башҡортостанда Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы тип иғлан  иткәйне Радий Хабиров.

– Һәр ҡайһыбыҙҙың тыуған төйәге бар. Унда тәүге аҙым яһағанбыҙ, мәктәпте тамамланым. Мин ауылымда биш йыл йәшәнем, кемдер - ун, кемдер - егерме, кемдер ғүмер буйы шунда. Берәүҙәр ауылда, икенселәр ҡалала тыуған. Әммә мин аныҡ беләм: һәр кешенең үҙенең тамырҙары менән бәйләнеше, тыуған төйәге өсөн ниндәйҙер яҡшы әйбер эшләү теләге бар. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: кемдер - күберәк, кемдер - аҙыраҡ, ләкин бөтәбеҙ ҙә йәнтөйәгебеҙ өсөн файҙалы эш башҡарһаҡ, һөҙөмтә бик яҡшы буласаҡ, – тине Башлыҡ.

Ысынлап та, Рәсимә Ким ҡыҙы ла бәләкәй генә төбәгенә файҙалы эштәр башҡара. Ул талапсан, үҙ эшен яратып , күңелен һалып башҡара. Уңған хужабикә һәм ҡатын,һөйөклө әсәй һәм өләсәй, ихлас кәңәшсе.Ул көн һайын Первомайск ауылынан Мырҙа ауылына йөрөп эшләй. Йөрөп эшләүенә ҡарамаҫтан бер ваҡытта ла Мырҙа ауылында үткәрелгән сараларҙан ситтә ҡалмай.  Үткәрелгән өмәләрҙә  һәм башҡа сараларҙа әүҙемлек күрһәтә. Балалар менән ауыл эргәһендәге тауҙа йылдың һәр миҙгелендә күрергә була.Балаларға тәбиғәткә һөйөү, ауылдың тарихы , унда элек көн иткән кешеләре тураһында һөйләй , яңынан яңы мәғлүмәттәр менән таныштыра.

   Һәр ваҡыт тиерлек , үткәреләсәк сараның  маҡсаты , планы менән мине лә таныштыра, ауыл халҡын йәлеп итеп бергәләп сараларҙы үткәрәбеҙ. Мәктәп күләмендә уҙғарылған   сараға аҙлап  һәр ваҡыт ауыл ағинәйҙәрен йәлеп итәбеҙ.

Ата- олатайҙарыбыҙҙан күсә килгән рухи ҡиммәтәрҙе , ғөрөф –ғәҙәттәрҙә, традицияларҙы йәш быуынға тапшырыу, милләтебеҙҙең киләсәге, уның яҙмышы тураһында ҡайғыртыу һәм хәстәрлек күреү- быуындар бәйләнеше өҙөлмәһен өсөн дә балалар һәм Ағинәйҙәр менән күп саралар үткәрҙек. “Әсәйҙәр көнө”,”Атайҙар байрамы”,” Ололар көнө”,”Милли кейем көнө”,”Башҡорт теле көнө”,экологик өмәләр, патриотик сәғәттәр. Хәтерҙә ҡалырлыҡ итеп  Баракова Миңниса Сәмиғулла ҡыҙы менән берлектә  махсус хәрби операцияһы зонаһына ҡағылышлы класс сәғәте үтте. Миңниса Сәмиғулла ҡыҙы тарафынан бик күп йылы ойокбаштар бәйләнгән ине. Балалар  һалдаттарға хаттар язып, һүрәттәр төшөрөп ойоҡбаштарға һалды. Уларҙы ебәреү өсөн ҡумтаға балалар үҙ ҡулдары менән тултырҙы.

   Шулай итеп, бәләкәй генә ауылдың "зур" эштәрендә   ауыл халҡы, Ағинәйҙәр, клуб хеҙмәткәре, балалар менән берлектә Рәсимә Ким ҡыҙының да өлөшө зур.

  Быйылғы Уҡытыусы һәм остаз, Йәнтөйәк  өсөн файҙалы эштәр  йылы уңайынан

Рәсимә Ким ҡыҙының ауыр ҙа яуаплы ла эшендә ҙур уңыштар  һәм барлыҡ ауыл халҡына , балаларға  һаулыҡ, именлек ,илебеҙ күге һәр ваҡыт тыныс булыуын теләп ҡалам.

 

             Автор: Ниғәмәтова Лидия 

 

 

 

Автор:
Читайте нас