

“Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ”,--тиһәләр ҙә, ҡыҙҙарҙың да шундайҙары бар. Һүрәттәге мөләйем ҡарашлы һылыу ҡыҙ—Сибай сәнғәт колледжы студенты, Әбүбәкер ауылынан Наҙгөл Ултраҡова. Ул матур бейей, йырлай, бер нисә төрлө музыка инструменттарында уйнай, спортсы, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Киләсәктә йырҙар ижад итергә, уларға көй яҙырға хыяллана.
Наҙгөл Ғәлимйән ҡыҙы, иплелеге, һөйкөмлөлөгө һәм, әлбиттә, тәү сиратта төрлө яҡлы ижад кешеһе булыуы, һәләтлелеге менән шунда уҡ үҙенә арбаны. Уның шундай булыуы бик аптыратманы, сөнки ул бөтә районға билдәле булған сәхнә кешеләре –Әбүбәкерҙән Әлфидә һәм Ғәлимйән Ултраҡовтарҙың һәләтле ғаиләһендә тәрбиә алып, бәләкәйҙән сәхнә тормошон үҙ иткән ҡыҙ бала.
--Иң беренсе бәләкәй генә гармунда уйнарға өйрәндем. Атайым менән сәхнәлә дуэт уйнай торғайныҡ. Артабан гитарала, думбырала уйнай башланым. Быйыл Сибай сәнғәт колледжының вокал бүлегендә 1-се курсын тамамланым. Унда уҡырға барыу күптәнге теләгем ине. Бер үк ваҡытта бейеү һәм вокал бүлектәрендә һынау тотоп, икеһенә лә үттем. Икеһенә лә алырға теләһәләр ҙә, вокалист булыу теләге ҙурыраҡ булды. Бөтә төрлө бейеүҙәрҙе яратам. Йырға килгәндә, башҡорт халыҡ йырҙары күңелем яҡын. Тәүҙәрәк әсәйем оҙон көйҙәргә өйрәткәйне, хәҙер уҡытыусым да шуға нығыраҡ баҫым яһай. “Ҡуңыр буға”, “Бөйрәкәй”, “Ырымбур көйөн башҡарырға яратам. Сибай колледжында көслө педагог ҡулына эләгеп, фортепьянола ла уйнай башланым. Киләсәктә үҙ йырҙарымды яҙырға һәм уларға көй һалырға хыялланам ,--тине Наҙгөл.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, беренсе курста ғына уҡыған ҡыҙ фортепьяно буйынса халыҡ-ара бәйгелә онлайн ҡатнашып, 2-3 дәрәжә лауреат исемен яулап өлгөргән. Был мәртәбәле конкурста халыҡ-ара төрлө колледждарҙан фортепианола уйнаусылар, вокалистар ҡатнашҡан булған. Иң һәләтлеләр араһында беҙҙең район ҡыҙының да ҡатнашып, баһалы урын яулауы күп нимә тураһында һөйләй.
“Һәләтле кеше һәр яҡлап һәләтле”,--тиҙәр. Наҙгөл һүрәт төшөргә лә маһир. Унан бына тигән рәссам да сығыр ине. Театрҙа төрлө ролдәр башҡара, фольклор тамашаларҙа ҡатнаша. Спорт марафондарында еңел атлетика буйынса ла үҙен һынап ҡарай. “Буласаҡ йырсыларға тауышты һаҡларға кәңәш итәләр. Уҡытыусым йүгергәнемде ишетеп, бер аҙ шелтәләп тә алды”,--тип көлә студент. Наҙгөл коронавирус пандемияһы осоронда ололарға йорттарына аҙыҡ-түлек килтереү буйынса ирекмән булып та йөрөй. Уҡыу йортондағы бер генә йәмәғәт эшенән дә ситтә ҡалмай.
Бына шулай һәләтле ғаилә йәшәй Әбүбәкерҙә. Ултраковтар ғаиләһендә мәҙәниәткә, сәнғәткә һәләт ике яҡтан да быуынлан-быуынға тапшырыла икән. Бына шуның йоғонтоһо булып, Әлфидә һәм Ғәлимйән ғаиләһе лә үҙҙәренә оҡшап, бик һәләтле улдар һәм ҡыҙ үҫтергәндәр. “Улдарыбыҙ Илнур һәм Илмир йырға, ҡурайҙа уйнарға маһир. Тик икеһе лә тормошта сәнғәт юлын һайламаны. Ғаилә байрамдарында түңәрәк өҫтәл янына бергәләп йыйылһаҡ, йортобоҙ гөрләп тора. Кемдер гармунда, ҡурайҙа һыҙҙыра, икенселәр моңло йырлай, өсөнсөләребеҙ бейеүгә төшөп китә. Ябай ҡунаҡтан башланған сара оло концертҡа әүерелеп китә. Киләсәктә ейән-ейәнсәрҙәребеҙ ҙә сәхнә юлынан китер, бәләкәйҙән һәләттәрен үҫтерербеҙ тип өмөтләнәбеҙ”,--тине Әлфидә Ултракова.