

Шайтан-тау дәүләт тәбиғәт заказнигы Бәйләнештә төркөмөндә “Беҙ ҡоштарҙы яратабыҙ” тигән фотоконкурс иғлан иткәйне.
Унда бихисап ҡатнашыусылар араһында Нурзидә иғтибарыбыҙҙы йәлеп итте. Әбеш урта мәктәбе уҡыусыһы Нурзидә Һаҡмар буйында ҡышлауға ҡалған 16 ҡыр өйрәген ашатҡан. "Мәктәптән ҡайтҡас та, йылға буйына барып, ҡоштарға ем биреү беренсе эшемә әйләнде”,--тип яҙған ул.
Ҡоштарҙы, тәбиғәтте яратҡан ҡыҙға афарин тиергә генә ҡала. Әйткәндәй, заказник иғлан иткән фото конкурста нәҡ Нурзидә беренсе урынды яуланы.
Государствҽнный Природный Заказник Шайтан-тау