Яңылыҡтар
7 Март 2023, 06:56

Үҙҙәре дәртле, үҙҙәре талантлы

Иләстә йыр-моңға маһир халыҡ йәшәй

Үҙҙәре дәртле, үҙҙәре талантлыҮҙҙәре дәртле, үҙҙәре талантлы
Үҙҙәре дәртле, үҙҙәре талантлы

Иләс мәҙәниәт йортонда ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған "Яҙғы моңдар"исемле байрам концерты булып үтте.

Кисәнең беренсе өлөшөндә китапханасы Нәжиә Асҡарова әҙерләгән "Әсәләр һәм ҡыҙҙар"конкурсы үткәрелде.Уҡыусы ҡыҙҙарҙың бейеүҙәре тамашасы күңеленә хуш килде.Артабан ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ өсөн ир-егеттәр һәм КВН командаһы тарафынан әҙерләнгән концерт дауам итте. Тамашасылар "Турат егеттәре"вокал коллективының "Һай илдәре,илдәре" ,"Бүләк", Ислам Шәриповтың "Бер ҡайтмаһам,әсәй,бер ҡайтырмын",Зәйнулла Мәмбәтовтың моңло йырҙарын көслө алҡыштарға күмде.

КВН командаһының интермедиялары,"Ғәйбәтселәр "бейеүе концертҡа айырым йәм өҫтәне.

Сдк Илячево

 

Автор:
Читайте нас