Яңылыҡтар
7 Март 2023, 07:59

"Килен ҡәйнә тупрағынан ярала".

Әбүбәкерҙә  йәнә күркәм сара үтте

"Килен ҡәйнә тупрағынан ярала"."Килен ҡәйнә тупрағынан ярала".
"Килен ҡәйнә тупрағынан ярала".

Йәш ағасты күсереп ултыртҡан кеүек, йәш килен нығынып, ят мөхиткә өйрәнеп китһен өсөн ҡәйнәнең уға терәк булыуы, ярҙамы бик кәрәк. Киленгә инде ҡәйнәнең һүҙен тотоу мөһим. Шулай булғанда, кәңәшле эш тарҡалмаҫ, һәр нимәлә эштәре уң, ғаиләләре ныҡ буласаҡ.

Әбңбәкер мәҙәниәт йортонда ҡәйнәләре менән татыулыҡта бергә тормош көткән килендәр өсөн матур сара уҙҙы. Саҡырылған ҡәйнәләр үҙҙәре лә 30 йыл ҡәйнәләре менән йәшәгән ауылыбыҙҙың хөрмәтле апайҙары. Килендәр ҙә инде 17 - 25 йыл ҡәйнәләре менән йәшәгән, күп тәжрибә туплаған, ҡәйнәләрен хөрмәт иткән ханымдар.
 
Сара матур хәтирәләр, уйындар менән үрелеп барҙы. Ауылыбыҙҙың ҡото булған ошо күркәм ғаиләләргә артабан да именлек, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!! 🌹🌹🌹🌹🌹

#ТрезвоеСело2022
#АйыҡАуыл2022
#ҠоролтайКурултай
 
Автор:
Читайте нас