

8 Март—Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө алдынан Бүребай мәктәбенең 3-сө класс уҡыусылары урамда осраған ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлап, уларға үҙ ҡулдары менән эшләгән ҡотлау открыткаларын бүләк иттеләр.
Бынан тыш, балалар ҡотлау сәләме менән бергә шиғыр һөйләп тә ҡыуандырҙылар. Ошондай көтөлмәгән ҡотлауҙарға кем генә ҡыуанмаһын инде!