

Килен төшә ауылға!
Әбүбәкер ауылында йәнә бер йәш ғаилә барлыҡҡа килде.
Өлгөлө ғаиләләләрҙең береһе - Яҙгөл һәм Раян Байрамғоловтарға килен төштө.
Киленде кейәү йортона төшөрөү йолаһы туғандар өсөн айырыуса көтөп алынған ваҡиға. Әбүбәкер ауылы һәр ваҡыт ғөрөф-ғәҙәттәргә таянып башҡара ошо мәртәбәле йоланы. Был юлы ла киленде ҡапҡа төбөнән үк ағинәйҙәр ҡаршы алып, изге теләктәрен еткерҙе, килен төшөрөү йолаһын башҡарҙылар. Йәш киленгә һыу юлын күрһәттеләр.
Айгөл һәм Даян Байрамғоловтарҙы тәүге ғаилә байрамдары менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!!! Йәштәрҙең ҡорған ғаиләһе ныҡлы, бәхетле булһын!
#АйыҡАуыл2022
#ТрезвоеСело2022