

Әбүбәкерҙәрҙең Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында уҙғарылған "Айыҡ ауыл 2022" конкурсы сиктәрендәге тағы бер башланғысы - береһенән береһе һылыу, сая һәм егәрле булған ете һылыуҙы берләштергән “7 ҡыҙ” проекты ла шаулап-гөрләп уҙып китте.
Ете көн дауамында бәйгелә ауылдың һәр яҡтан да оҫта, әүҙем булған ете ҡыҙы ҡатнашып, сигеү, йөн иләү, селтәр эшләү кеүек ҡул эштәренә оҫталыҡ дәрестәре алды. Шулай уҡ ауыҙ-тел ижадына, аш - һыу, бейеү серҙәренә өйрәнде. Уҡтан атып ярышыу ҙа бәйгенең бер өлөшө ине. Ойоштороусылар әйтеүенсә, еңеүсене билдәләү еңелдән булмаған. Сөнки ҡыҙҙарҙың барыһы ла уңғанлығы, саялығы менән айырылып тора. Шулай ҙа дөйөм мәрәйҙәр һаны буйынса һәр башҡорт ҡыҙына хас һыҙаттар – нәфислек, йор һүҙлелек, уңғанлыҡта көс һынашыуҙа төп еңеүҙе рухлы ҡыҙ - Наҙгөл Ултраҡова яуланы.
Беренсе урынға иң эшһөйәр ҡыҙ тип табылып, Хәлиҙә Солтанғужина лайыҡ булды. Саялыҡта ал бирмәгән Гөлбикә Билалова, сәсән телле ҡыҙ Мәҙинә Аҡылова, бейеүсе Айгөл Байрамғоловалар икенсе, зауыҡлы ҡыҙ Алһыу Билалова, өмөтлө һылыу Зилиә Сынбулатовалар өсөнсө урынға сыҡты. Ауыл халҡы өсөн, әлбиттә, ҡыҙҙарҙың барыһы ла еңеүсе. Бәйге бер генә ауылда ни тиклем рухлы, тыйнаҡ, ысын башҡорт ҡыҙҙарының күп булыуын иҫбатланы. Киләһе йылдарҙа был башланғысты дауам итеп, район кимәлендә ойоштороу күҙаллана.
Милләтебеҙ киләсәге булған һылыуҙарға артабан да уңыштар теләйбеҙ!
#АйыҡАуыл2022
#ТрезвоеСело2022
ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ