Яңылыҡтар
6 Март 2023, 06:05

Афарин, Софья!

2-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусыһының ҙур еңеүе

Афарин, Софья!Афарин, Софья!
Афарин, Софья!

2-се Аҡъяр мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Софья Кожухарь республика фәнни конкурсы призеры тип танылды.

Башҡорт дәүләт аграр университетында мәктәп уҡыусылары араһында “Фән өлкәһенә беренсе аҙымдар” фәнни конкурсы үтте. Унда ете йүнәлештәге ғилми эштәре менән республиканан 136 уҡыусы ҡатнашты. Софья ғилми етәксеһе Рәмил Акилов менән “Урал аръяғы шарттарында тораҡ пункттарҙы йәшелләндереүҙә башҡорт ғалимдары сығарған ирис сорттарын ҡулланыу перспективаларын өйрәнеү” темаһына тикшеренеү эшен әҙерләп, уңышлы яҡланы.

Конкурс һөҙөмтәһе буйынса Софья 3-сө урын яуланы. Афарин!

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас