

Байғусҡар мәҙәниәт йортонда ауылыбыҙҙан сыҡҡан ир-уҙамандарыбыҙҙы туплап, ауыл старостаһы Кәбир Баймырҙа улы, ир-егеттәр ҡоро үткәрҙе.
Бында ауыл тормошона битараф булмаған ир - егеттәр йыйылды.
Сара барышында атайҙарҙың, ир-егеттәрҙең абруйы, ауыл тормошон яйға һалыу һәм башҡа бик күп мөһим мәсьәләләр буйынса фекер алышыу булды. Ошо сараны үткәреүҙә ярҙам ҡулы һуҙған ауылыбыҙ егете, эшҡыуар, Илшат Вәкил улы Игебаев бағымсы булып, үҙ сығышында, бындай сараларҙы йышыраҡ үткәрергә кәрәк, үҙебеҙ байрам ойоштороп, проблемаларҙы хәл итмәһәк, ситтән килеп берәү ҙә беҙгә ярҙам ҡулы һуҙмаҫ, байрам ойоштормаҫ тине. Һәм был ысындан да бик дөрөҫ әйтелгән хаҡ һүҙҙәр.
Байрам уңайынан ир - егеттәр өсөн гер күтәреү, уҡтан атыу, дартс уйындары үткәрелде.
Сара аҙағында ҡатын-ҡыҙҙар байрам кәйефен күтәреп, йырҙар бүләк иттеләр һәм сәй табыны әҙерләп, әңгәмә тағы ла сәй артында дауам итте.
Байрам менән ҡотлайбыҙ барығыҙҙы ла.Доньялар тынысланып, һалдаттарыбыҙ тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар тигән теләктәбеҙ.