Яңылыҡтар
21 Февраль 2023, 11:39

Башҡорт телен яратырға, уны хөрмәт итергә өйрәтә.

"Беҙҙең  2-се Аҡъяр мәктәбендә бик күп тәжрибәле һәм яҡшы уҡытыусылар эшләй. Шуларҙың араһында хөрмәт иткән уҡытыусыларымдың береһе - Мөхәмәтшина Гөлфирә Эльбрус ҡыҙы тураһында әйтер һүҙем бар. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәрестәрен бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле алып бара.Башҡорт телен яратырға, уны хөрмәт итергә өйрәтә, телебеҙгә, илебеҙгә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһон тәрбиәләй!" - тип яҙа 10-сы класс уҡыусыһы Сәлим Ғөбәйҙуллин.

Башҡорт телен яратырға, уны хөрмәт итергә өйрәтә.Башҡорт телен яратырға, уны хөрмәт итергә өйрәтә.
Башҡорт телен яратырға, уны хөрмәт итергә өйрәтә.

"Донъялағы иң изге һәм мөһим һөнәрҙәрҙең береһе - уҡытыусы! Улар уҡыу йылдары дауамында беҙгә төплө белем һәм ҙур тәрбиә  бирәләр. Беҙҙең  2-се Аҡъяр мәктәбендә бик күп тәжрибәле һәм яҡшы уҡытыусылар эшләй. Шуларҙың араһында хөрмәт иткән уҡытыусыларымдың береһе - Мөхәмәтшина Гөлфирә Эльбрус ҡыҙы тураһында әйтер һүҙем бар. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәрестәрен бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле алып бара.Башҡорт телен яратырға, уны хөрмәт итергә өйрәтә, телебеҙгә, илебеҙгә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһон тәрбиәләй!
Уҡытыусым етәкселегендә мин төрлө район, республика, төбәк-ара ижади конкурстарҙа ҡатнашып, мәктәбемде призлы урындар менән данлап торам! Мәҫәлән, ошо арала Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова призына төбәк-ара йәш ижадсылар бәйгеһендә беҙ призлы урынға лайыҡ булдыҡ.
Төрлө конкурстарҙа әүҙемлегем, еңеүҙәрем өсөн, ғинуар айында «Орлёнок» исемле Бөтә Рәсәй балалар үҙәгенә ялға ебәрҙеләр. Ундағы ялым минә бик ныҡ оҡшаны, яңы дәрт, рух һәм көс алып ҡайттым! Уҡытыусыма, Хәйбулла районы мәғариф бүлегенә шундай мөмкинселек биргәндәре өсөн мең рәхмәтлемен!
Миңә ҡанаттар биргән, туған телгә һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусым Гөлфирә Эльбрус ҡыҙын Туған телдәр көнө менән ҡотлайым, алдағы эшендә яңы үрҙәр һәм уңыштар, һаулыҡ теләйем!" - тип яҙа 10-сы класс уҡыусыһы Сәлим Ғөбәйҙуллин.

Башҡорт телен яратырға, уны хөрмәт итергә өйрәтә.
Башҡорт телен яратырға, уны хөрмәт итергә өйрәтә.
Башҡорт телен яратырға, уны хөрмәт итергә өйрәтә.
Автор:
Читайте нас