

22 февралдә хәрбиҙәрҙе бүләкләү тантанаһы, шулай уҡ «Торатау» конгресс-холында тантаналы йыйылыш була. 23 февралдә Еңеү паркында Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин, Совет майҙанында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәлдәренә сәскәләр һалыу планлаштырыла.
Башҡортостан Хөкүмәте йортонда республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов рәйеслегендә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата сараларға әҙерлек һәм уларҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитетының ултырышы уҙҙы. Ойоштороу комитеты составы Башҡортостан Республикаһы Башлығы бойороғо менән раҫланған. Фекер алышыуҙа шулай уҡ министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре, ә муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтары ВКС режимында ҡатнашты.
— Республика Хөкүмәте ҡыҙыҡһынған яҡтар менән берлектә әҙерлек саралары йәһәтенән билдәле бер эш башҡарҙы. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышланған байрам сараларына әҙерлек һәм уларҙы үткәреү планы проекты әҙер, — тип хәбәр итте Ирек Сәғитов.
Ултырыш барышында унда ҡатнашыусылар саралар планын, шулай уҡ байрам ойошторолған урындарҙа йәмәғәт тәртибен һаҡлау һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләрен ентекле тикшерҙе.
Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса республика хөкүмәте вице-премьеры муниципаль райондар һәм ҡала округтары башлыҡтарына Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылыштар һәм концерт программалары үткәрергә, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм унда ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындарын, Ҡораллы көстәр, махсус хәрби операция ветерандарын ҡотлауҙы ойошторорға ҡушты.