Яңылыҡтар
13 Декабрь 2022, 05:31

Республикала декабрҙең икенсе декадаһында һауа торошо нормаға яҡын була

-

Республикала декабрҙең икенсе декадаһында һауа торошо нормаға яҡын булаРеспубликала декабрҙең икенсе декадаһында һауа торошо нормаға яҡын була
Республикала декабрҙең икенсе декадаһында һауа торошо нормаға яҡын була

Әгәр декабрҙең беренсе декадаһы норманан 7-11 градусҡа һыуығыраҡ булһа, икенсе ун көнлөк йылыраҡ булыр тип күҙаллана.

Уҙған ял көндәрендә, ниһайәт, республикала йылытты. 13-15 декабрҙә уртаса һауа температураһы — нормаға яҡын, республиканың көнбайышында иһә норманан 1-2 градусҡа юғарыраҡ була.

Һауа температураһы төндә -10, -17°, көндөҙ -5, -10°.

Республиканың көнсығышында һалҡыныраҡ була: төндә -20, -25°, көндөҙ -15°.

Әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал.

20 декабргә тиклем республикала уртаса һауа температураһының норманан 1-2° юғарыраҡ булыуы көтөлә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-12-12/vtoraya-dekada-dekabrya-v-bashkirii-budet-blizhe-k-pogodnoy-norme-bashgidromet-3068090

Фото:Валерий Шахов.

Автор:
Читайте нас