Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ноябрь 2022, 14:56

Яңы йыл байрамдарында нисек итәбеҙ?

-

Яңы йыл байрамдарында нисек итәбеҙ?
Яңы йыл байрамдарында нисек итәбеҙ?

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығынан яңы йыл байрамдарында ял көндәре тураһында хәбәр иттеләр.

«Хеҙмәт ҡануниәтенә ярашлы (Рәсәй Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһы), 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар — яңы йыл каникулдары, 7 ғинуар — Раштыуа —байрам көндәре булып тора. 2023 йылда 1 һәм 8 ғинуар йәкшәмбегә тура килә. Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән 1 ғинуарҙағы ял көнө 24 февралгә, йомаға, 8 ғинуарҙағы ял иһә 8 майға, дүшәмбегә күсерелде. 2022 йылда 31 декабрь шәмбегә тап килә.

Шулай итеп, 2022 йылдың 31 декабре һәм 2023 йылдың 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7, 8 ғинуары ял көндәре булып иҫәпләнә», — тиелә ведомство белдереүендә.

Йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7, 8 ғинуарҙағы байрам көндәре отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-23/v-mintrude-bashkirii-rasskazali-kak-budem-otdyhat-na-novogodnie-prazdniki-3042060

Автор:
Читайте нас: