Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ноябрь 2022, 12:06

Алдағы көндәрҙә республикала -18 градусҡаса һыуыта

-

Алдағы көндәрҙә республикала -18 градусҡаса һыуыта
Алдағы көндәрҙә республикала -18 градусҡаса һыуыта

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, шаршамбы, 16 ноябрҙә, көндөҙ айырым райондарҙа бер аҙ ҡар яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы -6, -11 градус була.

Кесаҙна, 17 ноябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -8, -13, аяҙытҡанда -18, көндөҙ -4, -9, төньяҡ-көнсығышта -14 градус.

Йома, 18 ноябрҙә, бер аҙ ҡар, көндөҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә, төндә төньяҡ-көнсығышта яуым-төшөмһөҙ, айырым райондарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -5, -10, төньяҡ-көнсығышта -11, -16, көндөҙ 0, -5, төньяҡ-көнсығышта -10 градус.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-16/v-bashkirii-v-blizhayshie-dni-poholodaet-do-18-gradusov-3031312

Автор:Дарья Субботина.
Фото:Ксения Калинина.
Автор:
Читайте нас: