Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ноябрь 2022, 14:22

Республикала көндәрҙең һалҡынайтыуы көтөлә

-

Республикала көндәрҙең һалҡынайтыуы көтөлә
Республикала көндәрҙең һалҡынайтыуы көтөлә

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, дүшәмбе, 14 ноябрҙә, көндөҙ бер аҙ епшек ҡар, аҙаҡ ҡар яуыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ,  сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа көрт, болауыҡ булыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы -3, +2 градус.

Шишәмбе, 15 ноябрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -5, -10, көндөҙ -2, -7 градус.

Шаршамбы, 16 ноябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа, юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -8, -13, аяҙытҡанда -18, көндөҙ -5, -10.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-14/v-bashkirii-ozhidaetsya-suschestvennoe-poholodanie-3028074

 

Фото:Ксения Калинина.

Автор:
Читайте нас: