Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Ноябрь 2022, 14:15

Ғәрәбстан авиакомпанияһы тәүге тапҡыр Өфөнән Шарджаға рейстар аса

-

Ғәрәбстан авиакомпанияһы тәүге тапҡыр Өфөнән Шарджаға рейстар аса
Ғәрәбстан авиакомпанияһы тәүге тапҡыр Өфөнән Шарджаға рейстар аса

2 декабрҙән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең Air Arabia авиакомпанияһы Шарджа — Өфө — Шарджа маршруты буйынса осоу программаһын аса. Тура рейстар аҙнаһына биш тапҡыр: дүшәмбе, шишәмбе, кесаҙна, йома һәм йәкшәмбе көндәрендә башҡарыла. Осоу өсөн биш сәғәт самаһы ваҡыт китә.

Өфө аэропорты хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың баш ҡалаһынан самолеттар төнгө 2-се яртыла оса һәм Шарджаға урындағы ваҡыт буйынса таңғы 6-сы яртыға барып етә. Осоштарҙы 168 пассажир өсөн иҫәпләнгән Airbus A320 самолёттары башҡара. Маршрут 2023 йылдың март аҙағына тиклем ғәмәлдә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-08/arabskiy-aviaperevozchik-vpervye-zapuskaet-reysy-iz-ufy-v-shardzhu-3020011

Автор:Ксения Калинина.
Фото:Ксения Калинина
Автор:
Читайте нас: