Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Октябрь 2022, 10:46

Башҡортостанда мобилизация ҡасан тамамлана?

.

Башҡортостанда мобилизация ҡасан тамамлана?
Башҡортостанда мобилизация ҡасан тамамлана?

Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич республикала ҡасан өлөшләтә мобилизация тамамланасағы тураһында әйтте. Уның һүҙҙәренсә, әле сара дауам итә, әммә ил буйынса ҡуйылған дөйөм срокта – 28 октябрҙән алдараҡ туҡтатыласаҡ. Был турала ул “Бизнес Фм Өфө” радиоһына биргән интервьюһында белдерҙе.

– Беҙҙә мобилизация дауам итә, барыһы ла планға ярашлы бара. Бөтә төбәктәрҙә лә ваҡыт билдәләнгән – кемдер иртәрәк, кемдер һуңыраҡ, һәм бер ниндәй ҙә өҙөклөккә нигеҙ юҡ. Билдәләнгән ваҡытта, илдә иғлан ителгән 28 октябргә тиклем тамамлаясаҡбыҙ, – тине Блажевич.

Уның әйтеүенсә, планды арттырып үтәү мөмкин түгел. Штаттары булған тәғәйен хәрби частар ойошторола, уларҙа тейешле иҫәп билдәләнгән. “Әгәр планда ҡаралғандан артығыраҡ йыйһаҡ, был кешеләргә кейем-һалым, ашарға еткереп тә, эш хаҡы түләп тә булмаясаҡ”, – тине хәрби комиссар.

Республика Башлығының һәм хакимиәт башлыҡтарының яҡшы ойошторолған ярҙамы, барлыҡ структураларҙың үҙ-ара килешеп эш итеүе һөҙөмтәһендә киҫкен мәсьәләләр тиҙ хәл ителә, ялыуҙар, мөрәжәғәттәр кәмегән.

– Эйе, ҡатмарлыҡтар булды һәм системаны яйлап төҙөргә, шул иҫәптән норматив-хоҡуҡи базаға төҙәтмәләр индерергә, мобилизацияланғандарҙың ҡайһы берҙәрен өйҙәренә ҡайтарырға тура килде. Хәлде яйға һалыу, яңылышлыҡтарға юл ҡуймау өсөн барыһын да эшләйбеҙ, – тине хәрби комиссар.

Фото: "Республика Башкортостан". 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас: