Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Октябрь 2022, 14:56

Ҡайһы студенттарҙың өлөшләтә мобилизациянан кисектереүгә хоҡуғы бар?

Президенттың 2022 йылдың 5 октябрендәге 712-се указы ярашлы...

Ҡайһы студенттарҙың өлөшләтә мобилизациянан кисектереүгә хоҡуғы бар?
Ҡайһы студенттарҙың өлөшләтә мобилизациянан кисектереүгә хоҡуғы бар?

Президенттың 2022 йылдың 5 октябрендәге 712-се указы нигеҙендә көндөҙгө һәм көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә тәүгә белем алған студенттар мобилизациянан кисектереүгә хоҡуҡлы.

Хәрби хеҙмәткә саҡырылмаҫҡа тейеш студенттарҙың тулы исемлеге:

  дәүләт аккредитацияһына эйә булған белем биреү һәм ғилми ойошмаларҙа - урта һөнәри һәм юғары белем биреү программалары буйынса (шул иҫәптән ординатура һәм ассистентура-стажировка программалары буйынса)

  белем биреү һәм ғилми ойошмаларҙа - аспирантурала ғилми һәм ғилми-педагогик кадрҙар әҙерләү программалары буйынса

  инновацион фәнни-технологик үҙәктәр биләмәһендә урынлашҡан урта һөнәри һәм юғары белем биреү программалары (шул иҫәптән - аспирантурала ғилми һәм ғилми-педагогик кадрҙар әҙерләү программалары, ординатура программалары һәм ассистентура-стажировка программалары) буйынса

  дини белем биреү ойошмаларында дин хеҙмәтселәре һәм дин әһелдәре әҙерләү программалары, урта һөнәри һәм юғары белем биреү программалары буйынса уҡыған студенттар.

Шулай уҡ аспиранттар, колледж уҡыусылары һәм табип-ординаторҙар өлөшләтә мобилизацияға йәлеп ителмәй.

Документ ҡул ҡуйған көндән, йәғни 5 октябрҙән көсөнә инде. Ул 21 сентябрҙә Президенттың өлөшләтә мобилизация тураһындағы указы баҫылғандан һуң барлыҡҡа килгән хоҡуҡ мөнәсәбәттәренә ҡағыла.

Рәсәй Федерацияһы Президентының 2022 йылдың 5 октябрендәге «Рәсәй Федерацияһы Президентының 2022 йылдың 24 сентябрендәге «Мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙан кисектереү тураһында»ғы 664-се указына үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы 712-се указы: https://vk.cc/chsp1b

Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының студенттар өсөн ҡыҙыу линияһы:
  8 (800) 222-55-71 (өҫтәмә 1, өҫтәмә 2)

Өлөшләтә мобилизация һорауҙары буйынса чат-бот: https://t.me/Mobilizacia_Bash_Bot

Башҡортостандың Ситуация үҙәге:
  122, өҫтәмә. 1
  8 (347) 218-19-19

Өлөшләтә мобилизация барышында саҡырылғандарҙың туғандары өсөн Рәсәй Оборона министрлығының ҡыҙыу линияһы:
  8 (800) 100-77-07
  8 (495) 498-43-54
  8 (495) 498-34-46

Автор:Аңлатабыҙ Башҡортостан
Читайте нас: