Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Октябрь 2022, 14:42

"Өс бала тәрбиәләгән атайҙар ҙа мобилизацияланмай"

Был хаҡта Дәүләт Думаһының Оборона буйынса дәүләт комитеты етәксеһе белдергән

"Өс бала тәрбиәләгән атайҙар ҙа мобилизацияланмай"
"Өс бала тәрбиәләгән атайҙар ҙа мобилизацияланмай"

Хәҙер дүрт баланан түгел, 16 йәшкә тиклемге өс бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән атайҙар ҙа мобилизцияланмай.

Был хаҡта «Парламентская газета»ға интервьюһында Дәүләт Думаһының Оборона буйынса дәүләт комитеты еткәсеһе Андрей Картаполов белдергән, тип яҙа «Башинформ».

«Был ысынында, Оборона министрлығының йәмғиәттең һорауҙарына яуабы булараҡ ,ҡайһы бер талаптарҙы йомшартыуҙы күҙаллай»,- тигән ул.

 

Фото pixabay.com

Автор:Миләүшә Сайтакова.
Автор:
Читайте нас: