Яңылыҡтар
14 Октябрь 2022, 06:56

Илдә хәрби омбудсмен вазифаһын индерергә тәҡдим итәләр

Ул мобилизацияланған ир-егеттәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау менән шөғөлләнәсәк.

Илдә хәрби омбудсмен вазифаһын индерергә тәҡдим итәләрИлдә хәрби омбудсмен вазифаһын индерергә тәҡдим итәләр
Илдә хәрби омбудсмен вазифаһын индерергә тәҡдим итәләр

Ул мобилизацияланған ир-егеттәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау менән шөғөлләнәсәк. “Яңы кешеләр” фирҡәһе ошондай башланғыс менән сыҡты. Өлөшләтә мобилизация барышында кеше хоҡуҡтарын боҙоу, хәрби комиссариаттар тарафынан ебәрелгән хаталар ошондай вәкил булдырыу кәрәклеген күрһәтте, тип иҫәпләй партия ағзалары.  Өлөшләтә мобилизацияға бәйле ялыуҙарҙы Дәүләт хеҙмәттәре порталында ҡалдырырға була. Рәсәй Оборона министрлығының “ҡыҙыу элемтә” телефоны: 8-800-100-77-07.

 

Сығанаҡ:https://bash.news/bash/news/186333

Автор:
Читайте нас