

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров халыҡты Республика көнө менән ҡотланы.
“Республика көнө менән, дуҫтар! Байрам менән, тыуған республикам! Байрам менән, хөрмәтле Башҡортостан халҡы! Барыһын да ысын күңелдән ҡотлайым.
Бөгөн - Башҡортостан Башлығы булып эшләүемә дүрт йыл. Ҡәҙерле Башҡортостан халҡы, был көндә, тәү сиратта, күрһәткән ышанысығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт әйткем килә, минең өсөн был бик мөһим. Мәрхәмәтлегегеҙ өсөн рәхмәт. Эшмәкәрлегемде хуплауығыҙ өсөн рәхмәт.
Артабан да республика именлеге өсөн эшләйбеҙ, пландарыбыҙ байтаҡ. Алға, Башҡортостан!" - тип яҙҙы ул.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.