Яңылыҡтар
4 Октябрь 2022, 06:11

Алдағы көндәрҙә республикала йылы һауа торошо һаҡлана – синоптиктар

-

Алдағы көндәрҙә республикала йылы һауа торошо һаҡлана – синоптиктарАлдағы көндәрҙә республикала йылы һауа торошо һаҡлана – синоптиктар
Алдағы көндәрҙә республикала йылы һауа торошо һаҡлана – синоптиктар

Алдағы өс көндә Башҡортостанда йылы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, 4 октябрҙә аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. Яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан секундына 3-8 метр тиҙлектә, көндөҙ секундына 14 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ +12, +17 градус.

5 октябрҙә лә яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә +4, +9 градус, көньяҡ-көнсығышта +2, -3. Көндөҙ +11, +16 градус.

6 октябрҙә республикала бер аҙ ямғыр яуа, көньяҡ райондарҙа яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +6, +11 градус, көньяҡ-көнсығышта +1. Көндөҙ +9, +14 градус.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-10-04/v-blizhayshie-dni-tepla-pogoda-v-bashkirii-sohranitsya-sinoptiki-2975569

Автор:Галина Бахшиева.
Фото:Валерий Шахов.
Автор:
Читайте нас