Яңылыҡтар
28 Сентябрь 2022, 05:57

Хәйбуллалар ир-уҙамандарын оҙатты

Элек ир-уҙамандарҙы һуғышҡа оҙатыу тураһында китаптан уҡып, кинола ғына ҡараныҡ. 21-се быуатта бындай ваҡиғала ҡатнашырбыҙ тип һис уйламаныҡ. Әммә тыуған илебеҙ саҡыра һәм беҙ ҙә ата-бабаларыбыҙ кеүек тарих битенә эләктек. Илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителде.

Хәйбуллалар ир-уҙамандарын оҙаттыХәйбуллалар ир-уҙамандарын оҙатты
Хәйбуллалар ир-уҙамандарын оҙатты

Хәйбулла районы өлөшләтә мобилизация сиктәрендә, резервта торған ир-егеттәрҙе хәрби күнекмәләр үтеү үҙәктәренә оҙатты. Күнекмәләрҙән һуң, улар махсус хәрби операцияла ҡатнашасаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 21 сентябрҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Рәсәй Оборона министрлығы һәм Генераль штабтың Ватаныбыҙҙың суверенитетын һәм территориаль бөтөнлөгөн, граждандарыбыҙҙың именлеген һаҡлау өсөн тәҡдименә яуап итеп өлөшләтә мобилизациялау хаҡында иғлан иткәйне. Өлөшләтә мобилизация сиктәрендә билдәләнгән бурыстарҙы үтәү өсөн яраҡлы хәрби-иҫәп һөнәре булған граждандарға – стрелоктар, танкистар, артиллеристар, водителдәр, механик-водителдәргә өҫтөнлөк бирелә. Офицер званиелары булған граждандар ҙа, ябай һәм сержант составтарынан да саҡырыла.

27 сентябрҙә Аҡъяр ауылының хәрби комиссариаты алдында халыҡ шығырым тулы ине. Хәйбулла халҡы хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы алыҫ юлға оҙатырға килде. Ҡулдарына повестка алыусылар, үҙ теләге менән барыусылар араһында яңыраҡ хеҙмәттән ҡайтҡан йәш егеттәр ҙә, илленсе тиҫтәһен ваҡлаған ирҙәр ҙә бар. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов:

–Бөгөн илебеҙгә ауыр һынау төштө. Бындай саҡта ысын ир-егеттәр ситтә ҡалмай. Илде һаҡларға кәрәк, хәрби бурысын үтәгән һәр кем быны асыҡ аңлай. Бөтә район халҡы исеменән һеҙгә тыуған илебеҙгә бәлә-ҡазаһыҙ еңеү менән ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ, – тине.

Муниципаль район Советы рәйесе Тимур Рәмов, Хәйбулла районы буйынса Афғанстан ветерандар союзы йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Салауат Юлдашбаевтар ҙа күнекмә үтеү үҙәктәренә юлланыусыларға тыуған яҡтарға иҫәнһау һәм еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Дин әһелдәре иһә буласаҡ хәрбиҙәргә фатихалар биреп, доғаларын ҡылып, Аллаһы Тәғәлә ярҙамынан ташламауын, имен йөрөп, һау-сәләмәт ҡайтыуҙарын, изге, хәйерле юл теләнеләр.

Сығыш яһаусылар Ватанды һаҡлаусыларға, уларҙың олатайҙары һәм ҡарт олатайҙары кеүек үк, дошманға ҡаршы ғына түгел, шулай уҡ бөгөн йәнә башын күтәргән милләтселек менән көрәшеү бурысы ла йөкмәтелеүен билдәләне.

Ҡасандыр хеҙмәт бурысын үтәгән был ир-егеттәр Ватандың, ысын илһөйәрлектең нимә икәнлеген яҡшы аңлай.

Иҫән-һау ҡайтығыҙ, Хәйбулла егеттәре! Бында һеҙҙе яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ көтә. Бар изге доғаларыбыҙ һеҙҙең менән!

Хәйбуллалар ир-уҙамандарын оҙатты
Хәйбуллалар ир-уҙамандарын оҙатты
Хәйбуллалар ир-уҙамандарын оҙатты
Хәйбуллалар ир-уҙамандарын оҙатты
Хәйбуллалар ир-уҙамандарын оҙатты

Фаяз, Таштуғай ауылы:

–Калининградта диңгеҙ флоты ғәскәрендә хеҙмәт иттем. Семеновск руднигында эшләп йөрөй инем, повестка килде. Егеттәр менән ил һағына юлға сығабыҙ. Алла бирһә, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ.

Рәфис, Әбеш ауылы:

–Повестка килгәс, ҡурҡып ҡалманым. Илде һаҡлау беҙҙең бурыс. 2002-2004 йылдарҙа төньяҡ Кавказда Эске ғәскәрҙә бүлек командиры булып хеҙмәт иттем. Кәләшем Әминә һәм өс балам оҙатып ҡалды.

Ғәйнислам, Федоровка ауылы:

–2009-2010 йылдарҙа 35390-сы хәрби часта хеҙмәт иттем. Гранатометчик ярҙамсыһы булдым. Хеҙмәтем тыныс үтте. Был юлы ла бөтәһе лә яҡшы булыр тип ышанам.

Ғәзиз, Әбүбәкер ауылы:

–2020 йылда ғына армиянан ҡайтҡайным. Ленинград өлкәһендә милли гвардия ғәскәрендә хеҙмәт иттем. Тыуған илеңде яратырға кәрәк, сөнки ул берәү. Һәр егет Ватан алдындағы бурысын үтәргә тейеш. Кү ңелендә илһөйәрлек рухы көслө булған, сәләмәт тормош алып барған егеттәр – ил таянысы.

Руслан, Бүребай ауылы:

–2000-2002 йылдарҙа уҡсылар полкында хеҙмәт иттем. Чечняла ла булырға тура килде. Илгә хәүеф янағанда әле лә үҙ теләгем менән хәрби сафҡа баҫам. Хәйбулла егеттәренә бирешмәҫкә, ныҡышмал булырға, хәрби бурысты ғорурлыҡ менән үтәргә саҡырам.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас