Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Сентябрь 2022, 20:34

Өфөлә бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсында йөк машинаһының иң яҡшы водителе билдәләнәсәк

    

Өфөлә бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсында  йөк машинаһының иң яҡшы  водителе билдәләнәсәк
Өфөлә бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсында йөк машинаһының иң яҡшы водителе билдәләнәсәк

Өфө тәүге тапҡыр 18-20 сентябрҙә үтәсәк «Йөк машинаһының иң яҡшы водителе» бөтә Рәсәй профессиональ оҫталыҡ конкурсын ҡабул итә. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: конкурс «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проектына инә. Сара 18 сентябрҙә «Өфө-Арена» майҙансығында уҙа. Рәсми асыу тантанаһы иртәнге сәғәт 10-да башлана. Шуныһы ҡыҙыҡ, был ярыштарға Өфөгә 18 төбәктән 55 транспорт ойошмаһы вәкиле киләсәк. Водителдәр Санкт-Петербург, Екатеринбург, Ижевск, Мәскәү, Түбәнге Новгород, Новосибирск, Рязань, Омск, Магнитогорск, Сорғот һәм башҡа ҡалаларҙан килә. Уларҙың барыһы ла водитель оҫталығында ярыша, шулай уҡ юл хәрәкәте теорияһын һәм ҡағиҙәләрен тапшыра. Бынан тыш, конкурсанттарға ҡатмарлы эштәр ҙә әҙерләгәндәр.

Әйткәндәй, ярыштар төрлө модификациялы «КамАЗ» һәм «ГАЗ»дарҙа үтәсәк. Әйткәндәй, бөтә водителдәр ҙә конкурсҡа бик яуаплы ҡарай. Конкурстың дөйөм приз фонды 1 000 000 һум.

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: