Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Сентябрь 2022, 20:27

Асҡындар егеттәре менән ғорурлана

Шишмә-Ураҡай ауылы егете, 15 йыллыҡ хәрби стажы булған кесе сержант Илдар Ибраһимовтың батырлығы Суворов миҙалы менән билдәләнгән.

Асҡындар егеттәре менән ғорурлана
Асҡындар егеттәре менән ғорурлана

Рәсәй Президенты Владимир Путин республикабыҙҙың Асҡын районында тыуып үҫкән ике хәрбиҙе дәүләт наградалары менән бүләкләне.

Петропавловка ауылы егете Данил Болкисев Украинала барған махсус  операцияла күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Жуков миҙалына лайыҡ булған. Хәҙер ул Ҡазан танк училищеһында күнекмәләр үтә.

Шишмә-Ураҡай ауылы егете,  15 йыллыҡ хәрби стажы булған кесе сержант Илдар Ибраһимовтың батырлығы Суворов миҙалы менән билдәләнгән. Реабилитация тамамланғандан һуң ул яңынан махсус операция  зонаһына йыйына.

“Районда һалдаттарҙың икеһен дә яҡшы беләләр, улар бик әүҙем егеттәр һәм Ватандың ысын патриоттары.  Илдар Ибраһимов оҙаҡ йылдар хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләне. Уның менән милицияла, аҙаҡ полицияла бергә эшләгән егеттәр Илдарҙың бик ғәҙел, көсһөҙҙәрҙе яҡлай торған хеҙмәткәр булғанын хәтерләй. Яҙмышын Ватанды яҡлауға арнаған Данил Болкисев шулай уҡ бик тәртипле егет. Районға ҡайтыу менән беҙ уны уҡыусылар менән осрашыуға саҡырасаҡбыҙ. Беҙ яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм уларға уңыштар теләйбеҙ”,- ти район хакимиәте башлығы Динис Йосопов.

 Петропавловка урта мәктәбе директоры Ирек Ҡәҙимов әйтеүенсә, Данил Болкисев республика һәм Рәсәй йәштәре өсөн яҡшы өлгө.

“Беҙҙең мәктәп ысын патриот тәрбиәләгәне өсөн ғорурлана. Тулы булмаған ғаиләлә үҫкән ябай ауыл егете йәш быуын өсөн күркәм өлгө булып тора. Уҡыу осоронда ул төрлө кимәлдәге сараларҙа даими ҡатнашты, спорт менән шөғөлләнде, музыка менән мауыҡты, хатта йырҙар яҙҙы. Бик ижади шәхес. Бала саҡтан илһөйәр булды, ғәҙеллек өсөн көрәште”, – тип батыр хаҡында етәксе.

 

Фото: Асҡын районы хакимиәте.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: