Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2022, 15:26

Бәхил бул, һалдат!

Хәйбуллалар батыр улын һуңғы юлға оҙатты Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хәйбулла ере  аҫыл улын юғалтты. Украинала барған махсус операция барышында ҡаһарман яҡташыбыҙ,  Аҡъяр ауылы егете өлкән прапорщик Рөстәм Ғабдрахманов батырҙарса һәләк булды.

Бәхил бул, һалдат!
Бәхил бул, һалдат!

Рөстәм Мөнәүир улы 1983 йылдың 28 мартында Ивановка ауылында донъяға килгән.  2-се Аҡъяр мәктәбендә белем ала.  Уҡыған осорҙа үҙен әүҙем уҡыусы итеп таныта. Мәктәп тормошонда, йәмәғәт эштәрендә үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итә. Тырыш, ипле, ярҙамсыл һәм яуаплы егет булараҡ класташтары һәм уҡытыусылары уны барыһы ла хөрмәт итәләр. Рөстәм мәктәп йылдарынан уҡ патриот өсөн була. Шуға күрә лә тормошон Тыуған илде һаҡлауға бағышлай.

Мәктәптән һуң, Баймаҡ ауыл хужалығына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, 2003 йылдың 24 ноябрендә хәрби хеҙмәткә алына. 2005 йылдың  декабрендә контракт төҙөп, Мәскәү ҡалаһында хеҙмәт итә башлай.

2006 йылдың 12 майында прапорщик хәрби званиеһын ала. Шул уҡ йылдың 28 июнендә-хәрби частың радиоразведка станцияһы начальнигы, 2009 йылдың 15 декабрендә-пункт начальнигы, 2013 йылдың 17 июнендә, элемтә взводы командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

2008-2009 йылдарҙа Төньяҡ Кавказда террорсыларға ҡаршы операцияларҙа ҡатнаша.

Бурятия Республикаһының Кяхта ҡалаһында хәрби частың взвод командиры уның һуңғы вазифаһы була һәм ошо ауыр, әммә ихтирамлы хәрби юлында һуңғы һулышына тиклем биргән антына тоғро ҡалып, 2022 йылдың 29 авгусында Украинала барған махсус операция барышында батырҙарса һәләк була.

Батыр һалдатты һуңғы юлға оҙатыуға арналған матәм сараһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы хәрби комиссары Ринат Зәбиров, хәрбиҙәр һәм район халҡы ҡатнашты.

Улар һалдаттың ата-әсәһенең, яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты, ярҙамдан айырмаясаҡтарын белдерҙе, батыр һалдаттың исемен мәңгеләштереү буйынса эштәр алып барыласағы хаҡында әйттеләр.

Рөстәм Ғабдрахманов күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң Башҡортостан Башлығы Указы менән Генерал Шайморатов ордены менән наградланды.

Рөстәмдең хеҙмәттәше, капитан Ислам Алиев уның менән бергә хеҙмәт иткән бөтә егеттәр өсөн бының оло юғалтыу булыуын әйтте, уның батырлығы тураһында һөйләп үтте: «Донецк республикаһының Ольгинка ауылы эргәһендә ҡаты алыш ҡуба. Һөҙөмтәлә Рөстәмдең отряды алты националисты  юҡ итә. Дошмандарҙың шәхси составы артҡа сигенгән ваҡытта миномет ярҙамында ут аса һәм һөҙөмтәлә ҡыҙғанысҡа ҡаршы Рөстәм үлемесле яралана. Шулай булһа ла, ул ғүмеренең һуңғы минутына тиклем үҙенең отряды менән етәкселек итә. Рөстәм аҙаҡҡаса үҙ бурысына һәм Ватанына тоғро ҡалды, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтте, беҙ уны бер ҡасан да онотмаҫбыҙ», – тине ул.

Башҡортостан Премьер-министрының урынбаҫары Ирек Сәғитов:

 -Бөгөн республикала ҙур юғалтыу. Беҙ хәрби бурысын үтәгән батырҙы юғалттыҡ, ул Украинала барған махсус операцияла хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булды. Яҡташыбыҙҙың ғаиләләрен ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫбыҙ, улар тураһында хәстәрлек күрербеҙ. Рөстәмдең әсәһенең, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ,-тине һәм Рөстәм кеүек егеттәрҙең Ватанды һаҡлауын һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып хеҙмәт итеүен билдәләне.

-Рөстәм Мөнәүир улы илебеҙҙе һаҡлап, егерме йылға яҡын хеҙмәт итеп, һуңғы һулышына тиклем, Тыуған ил алдында биргән антына тоғро ҡалып, батырҙарса баш һала. Рөстәм Мөнәүир улының, туғандары алдында оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ. Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың рухы тыныс булһын,-тине Рөстәм Динислам улы.

Барлыҡ Хәйбулла халҡы исеменән Рөстәм Мөнәүир улының ғаиләһенең, ата-әсәһенең, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ. Ҡыйыу йөрәкле ул тәрбиәләгәнегеҙ өсөн Һеҙҙең алда оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ. Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, түҙемлек һәм сабырлыҡ теләйбеҙ!

Тыныс йоҡла, Рөстәм, беҙҙең йөрәктәрҙә Һин мәңге йәшәрһең... Ҡараңғы гүрҙәрең яҡты, ауыр тупрағың еңел булһын.

Гүзәл Бохарбаева.

 

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас: