Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Август 2022, 16:28

“Беҙҙән башҡа бер кем дә”

Элиталы ғәскәрҙәргә алыныу һәм унда хеҙмәт итеү –  буласаҡ һалдаттар өсөн әле лә ҙур хыял. Ҡәтғи талаптарға, әлбиттә, бөтәһе лә ярай алмай. Һауа-десант ғәскәрҙәрендә ҡасандыр хеҙмәт иткән ир-егеттәр был турала яҡшы белә.

“Беҙҙән башҡа бер кем дә”
“Беҙҙән башҡа бер кем дә”

Район үҙәгендә ошо уңайҙан тантаналы митинг үтте. Төрлө йылдарҙа хәрби хеҙмәттәрен намыҫлы үтәгән, ҡыҙыу нөктәләрҙә булырға, Афған, Чечен яуҙарын үтергә тура килгән “зәңгәр береттар” муниципаль район хакимиәте вәкилдәре менән берлектә яугир-интернационалистар һәйкәленә сәскәләр һалды. Инде арабыҙҙан киткән яугир ветерандар яҡты иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ мәлендә яуҙаштар, хеҙмәттәштәр, дуҫтар рухы ҙурланды. Хакимиәт, хәрби ветеран ойошмаларҙы етәкләүселәр десантсыларҙың илебеҙ именлегенә һалған өлөшөн билдәләп, байрам менән тәбрикләне.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас: