Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Август 2022, 15:25

Әбделнасирға ҡайтты ҡыҙҙар

Йәй миҙгеле осрашыу күрешеүҙәр менән дә йәмле. Һәр кемгә бала сағы үткән, урам буйлап ялан аяҡ йүгереп йөрөгән, дуҫтары менән уйнаған тыуған ауылы ҡәҙерле.Күңелдә ошо матур, гүзәл осор тураһында тик йылы хәтирәләр генә һаҡлана.

Әбделнасирға ҡайтты ҡыҙҙар
Әбделнасирға ҡайтты ҡыҙҙар

Әбделнасир ауылында тыуып, оло тормошҡа юл алған йөҙгә яҡын ҡатын-ҡыҙ тыуған ауылына, бала саҡ иленә йәнә аяҡ баҫты. Ҡасандыр йәшел хәтфә келәмдә тәгәрәп үҫеп, бала саҡ һәм йәшлек йылдарын һағынып, нигеҙҙәрен эҙләп ҡайтҡан сал сәсле инәйҙәрҙең йәшле күҙҙәрен күреп кенә лә, тыуған яҡтың тартыу көсө ни тиклем әһәмиәтле булыуына инанаһың.

Әбделнасир ҡыҙы, Рафиҡ ауылы килене, 35 йыл уҡытыусы булып эшләгән Рәмилә Йыһанур ҡыҙы Фәйзуллина инициативаһы буйынса “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” сараһы ойошторолоп, комиссия төҙөлөп, бик ҡыҙыу әҙерлек эштәре барҙы. Күпмелер финанс тупланып, ул аҡсаға табын өсөн һарыҡ, бүләктәр алынған. Ауыл бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, сараны сәбәп итеп, тыуған еренә ашҡынып, бихисап гүзәл зат ҡайтып төштө, шулай уҡ ауыл халҡы ла байрам урынына ағылды. Һәр бер йорт алдында оҫталарҙың ҡул эштәренең сағыу күргәҙмәһе, иҫтәлекле фотолар менән тулған стендтар урын алған.

Байрам ауыл урамынан йәш саҡтағы йырҙы йырлап үтеп, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыуҙан башланды. Ошо ауылда ҡанат нығытҡан гүзәл заттар килеп торалар, бер-береһе менән ҡосаҡлашалар, күрешәләр, күҙ йәштәрен тыя алмағандар ҙа бар.

Улар артабан ауыл осондағы Ташҡоҙоҡҡа барып, Аслаевтар һәм Сәйетовтар нәҫелдәре ҡыҙҙары тарафынан әҙерләнгән иртәнге сәйҙе эсеп аралаштылар. Бында осрашыу ҙа бушҡа түгел, сөнки был ҡоҙоҡ барыһына ла бала саҡтан яҡшы таныш. Бөтә ҡыҙҙар ҙа тиерлек унан һыу ташыған.

Бөгөн дә тәбиғәт ҡомартҡыһының һыуы булыуы һөйөндөрә, ул, әйтерһең дә, йәшлек әхирәттәре менән осрашыуына шат.Унан һуң, мәсеткә барып,ауыл имамы Дауыт Ишмырҙин тарафынан әрүәхтәргә бағышлап аят уҡығандан һуң, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлгә барып,сәскә һалдылар. Әйткәндәй,бәләкәй генә ауылда мәсеттең булыуы бик яҡшы. Сөнки диндарҙар әүҙем бында.

Изге йолаларға арналған байрамдар үтә, аяттар уҡы ла. Был мәсетте сафҡа индереүҙә Айҙар һәм Юлдаш Фәйзуллиндар (мәрхүмдәр) күп көс һалған. “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” сараһында йыйылған аҡсаға иман йортона саң һурҙырғыс, мәктәп-

кә туп бүләк иттеләр. Хәйер-саҙаҡалар тараттылар. Һәйкәл янында Һөйөндөк Аслаев һәм Мәрйәм Сиражетдинова йөкмәткеле телмәр тотто. Байрам артабан ауыл клубында дауам итте. Ҡатнашыусыларҙы,килгән ҡунаҡтарҙы Сиҙәм ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ольга Попова байрам менән ҡотлап, “Ауылдың иң оло ҡыҙы” исеменә лайыҡ булған, 10 балаға ғүмер биргән Кинйәбикә Сәфиуллина, ауылдың иң бәләкәс йәштәге ҡыҙы Айзилә Аслаева, Әбделнасир ауылына килен булып төшөп, ғүмер буйы йәшәп, 9 бала үҫтереп, уларҙы оло тормош юлына баҫтырған Әминә Аманбаева, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлсирә Аслаева, шулай уҡ юбилярҙар Ғилминур Ғәббәсова һәм Фәрзәнә Ильясова, Файза Хәлилова, Зилә Ғәйнетдинова, Рәйлә Йомағолова, Гөлсөм Хәләфетдинова, Гөлдәр Иҫәкәева, Зифа Мөхәмәтоваға бүләктәр тапшырҙы.

Был көндө төрлө хәтирәләр менән сығыш яһаусылар күп булды. Ауыл ҡыҙҙары «Ритайым»ға йыйылып, йәш-саҡтарын иҫкә алып, йәшлек йырҙарын йырланы, һуңынан тышта ҡоролған сәхнә янына йыйылдылар. Был көндө оло йәштәге инәй-өләсәйҙәр ҙә, зыҡ ҡубып уйнаған балалар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы.
Күңелдәрҙе күтәреп Өфө ҡалаһында йәшәүсе Фәйрүзә Хәсәнова гармунда уйнап, йырлап, бейетһә, ҡыҙҙар үҙҙәренең йырлап үҫкән элекке моңдарҙы көйләне. Район мәҙәниәт йорто солисы Иҙел Манишев үҙенең дәртле йырҙары менән байрамға йәм өҫтәне. Бергәләшеп элекке йырҙар йырлау ҙа үҙенсәлекле булды, күңелдәргә наҙ, моң өҫтәне. Алыҫтан килгән ҡунаҡтар ҙа, ауылдыҡылар ҙа байрамда ихлас ҡатнашты. Уйындарҙа, төрлө ярыштарҙа өлкәндәр ҙә, балалар ҙа әүҙемлек күрһәтте, бүләктәр алып ҡыуанды.
Ғөмүмән, байрамда ҡатнашыусылар фәҡәт яҡты тәьҫораттар менән тыуған еренән хәҙер донъя көткән ерҙәренә таралышты. Уларҙың йәшлектәге әхирәттәре менән һөйләшеп, серләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Рәмилә Фәйзуллина һәм уның ярҙамсылары бергә йыйылып был эште атҡарып сығыуы ҙур баһаға лайыҡ.
Ашнаҡсылар, ауылдың егәрле килендәре Розалия Сәфиуллина, Сәриә Аманбаева, Раушания Фәйзуллиналар килгән ҡунаҡтарҙы тәмле аш, сәй менән һыйланы.
Ойоштороу комитеты ағзалары Рәмилә Фәйзуллина, Гүзәл Зәйнетдинова, Гөлдәр Латипова, Рәймә Сәйетова, Бибинур Ейәнбирҙина, Лилиә Хәләфетдинова, Зәлфирә Фәйзуллина, Фәймә Баймөхәмәтова ошо байрамды үткәрергә тип ике ай буйы тырышып эшләнеләр.
Әйткәндәй, был сара “Айыҡ ҡатын” проекты сиктәрендә үтте. Бер ниндәй ҙә алкоголле эсемлек булманы. Ауылда һәм ҡунаҡҡа ҡайтҡан ҡыҙҙар араһында дин тотҡан кешеләр бихисап.
Һуңынан йәнле аралашыу мул табын артында дауам итте. Көнө буйы барған байрам кискә концерт һәм дискотека менән тамамланды. Барыһы ла үткәрелгән саранан бик ҡәнәғәт булып, байрамдан рухи ял алып, именлектә, тыныслыҡта тағы ла осрашырға насип булыуын теләп таралыштылар.
Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бихисап сағыу һәм онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алды. Күптәр ошондай байрамдарҙы йышыраҡ үткәрергә кәрәк тигән теләк белдерҙе.

Комментарийҙар:

Рәмилә Фәйзуллина, ойоштороусы:
–Был байрамға беҙ 2 ай элек әҙерләнә башланыҡ. Хәҙер
интернет селтәре алға киткәс, ҡыҙҙарҙы йыйыу ауыр бул-
маны. 1932 йылда тыуған ҡыҙҙарҙы эҙләй башланыҡ. Иғлан
биргәс, улар теләп, ҡыуанып ҡушылдылар.
“Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” сараһы уйын-көлкө өсөн генә
ойошторолманы. Ауылыбыҙҙы төҙөкләндереү маҡсатын
ҡуйҙыҡ. Мәҫәлән, ауыл йәмен ебәреп торған буш өйҙәр
күп, уларҙы төҙөкләндереүгә, тирә-яғын рәтләүгә көс һал-
дыҡ. Был эшкә бигерәк тә ауыл килендәре Лилиә Хәлә-
фетдинова, Бибинур Ейәнбирҙина, Зәлфирә Фәйзуллина,
Рәймә Сәйетовалар тормош иптәштәре менән ҙур өлөш
индерҙеләр. Улар хужаһыҙ торған йорттарҙы үҙ көстәре
менән аҡлап, буяп сыҡтылар. Бөтә “ҡара эш” уларға төштө.
Уларһыҙ был байрам килеп тә сыҡмаҫ ине.
Ауылдаштарым ҡыҙҙары менән ҡайтҡандар ине. Был сара
балаларға патриотик тәрбиә лә булып тора. Киләсәктә лә
улар әсәй, өләсәйҙәренең тыуған ерен беләсәк, тигән уй-
ҙамын. Тимәк, ауылдың киләсәге бар.
Байрам бик күңелле, йөкмәткеле үтте. Бындай саралар-
ҙы уҙғарыу мөһим, сөнки ауылдарҙы төҙөкләндереү, йәш
саҡта бергә уйнаған, уҡыған ауылдаштар менән осрашыу
кәрәк ул. Сценарий төҙөгәндә үк, минең маҡсат, ҡыҙҙарҙы
йәшлектәренә алып ҡайтыу торһа, байрам аҙағында был
маҡсатҡа ирештем тип ғорурланып әйтә алам. Шуның өсөн
бик шатмын.
Йәш саҡта ауылдың осонан ауыл клубына тиклем йырлап
бара торған инек. Шул ваҡыттарҙы иҫкә төшөрөп, ҡыҙҙар
менән йырлап үттек. Мин үҙем Әбделнасир ҡыҙы, Рафиҡ
ауылы киленемен. 35 йыл уҡытыусы булып эшләйем. Ауыл
халҡы ла беҙҙең ыңғайға янып, дәртләнеп, өлкәндәре лә,
балаларға саҡлы йүгереп йөрөнөләр. Иҫтәлекле фотолар
стенды янында хәтирәләрҙе ҡуҙғатып, көлөп тә, илап та ал-
дыҡ. Әбделнасир ауылы йәнләнеп, йәмләнеп, ҡыҙҙарҙың
тағы ла ҡайтыуын көтөп ҡалды. Ошондай саралар һәр бер
ауылда үтһен ине тигән теләктәмен.
Гөлнур Йомағолова, Йылайыр районы:
–Байрам бик оҡшаны. Бала саҡҡа ҡайтҡандай булдым.
Күңел түрендә һаҡланған хәтирәләр яңырҙы, беҙҙе мәң-
гелеккә ташлап киткәндәрҙе һағыныу тойғоһо көсәйеп,
илап та алдыҡ! Әсәйемдең тыуып үҫкән ауылын һағыны-
уы беҙҙең дә йөрәктәрҙе өйкәп тора ине. Хәҙер бер бу-
рыс үтәлеп, ҙур эш башҡарған һымаҡ, байрамда апайым
менән әсәйемдең тыуған ауылы һауаһын һулап, урамы аша
үтеп, ҡоҙоғоноң тәмле һыуын тәмләп, ауылдаштарының
йырҙарын тыңлап, йыйылған ҡыҙҙар араһында кинәнеп
йөрөп ҡайттыҡ. Ауылдаштары Ғәйнулла ҡартатайымдың
ҡыҙҙарынан, ейән-ейәнсәрҙәренән сәләмдәрҙе ҡабул итеп
алды. Абдулла, Ғилметдин олатайҙарҙың балалары менән
осрашып, һөйләшеп алыу үҙе бер ҙур шатлыҡ булды.
Фирҙәүес Хөсәйенова, Сибай ҡалаһы:
–Бик матур байрам үткәргәндәре өсөн ойоштороусы-
ларға ҙур рәхмәт. Матур итеп ҡаршы алып, оҙатып ҡалды-
лар. Байрам алдынан ҡайтып булманы, ауыл килендәренә
ҙур рәхмәт, йорттарҙы аҡлап, төҙөкләндергәндәре өсөн.
Үҙем өсөн көс-дәрт туплап, тулҡынланып ҡайттым.
Алмира Ҡолдәүләтова-Юлдыбаева, Өфө ҡалаһы:
–Был байрамға туғандар менән ашҡынып ҡайттыҡ. Сара
ойошҡанлы үтте. Башҡалар һымаҡ, беҙ ҙә Юлдыбаевтар
нәҫеле стендын булдырҙыҡ, күргәҙмә ойошторҙоҡ. Мәсет-
кә барып, мәрхүмдәрҙе иҫкә алып, аят уҡытылыуы күңелгә
ятты. Байрамдың программаһы ҡыҙыҡлы ине, ойоштороу
комитеты ныҡ көслө булды һәм ошо матур байрамды атҡа-
рып сыҡтылар.
Гүзәл Бохарбаева.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас: