Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Июль 2022, 15:30

Диңгеҙ ярында Башҡортостандың үҙ балалар лагеры буласаҡ

Ул Абхазияла урынлашасаҡ.

Диңгеҙ ярында Башҡортостандың үҙ балалар лагеры буласаҡ
Диңгеҙ ярында Башҡортостандың үҙ балалар лагеры буласаҡ

Бөгөн Абхазия президенты Аслан Бжания Башҡортостан Хөкүмәтенә диңгеҙ ярында балалар һауыҡтырыу лагеры төҙөргә тәҡдим итте.

Радий Хәбиров Абхазия президентына бындай мөмкинлек өсөн рәхмәт әйтте һәм тәҡдимде төрлө яҡлап өйрәнергә вәғәҙә бирҙе. Ҡырым республикаһы менән бындай хеҙмәттәшлек тәжрибәһе булғайны, тине ул.

«Беҙҙә туризм өлкәһе яңыса үҫешә башлар тип ышанам. Беҙ Псоу контроль пунктын камилаштырыу буйынса эшләйбеҙ, Сухуми аэропортын 2024 йылға төҙөп бөтөргә ниәтләйбеҙ. Башҡортостан предприятиелары Абхазия менән тағы ла әүҙемерәк хеҙмәттәшлек итер тип ышанам. Беҙҙең халыҡтарҙы ныҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Рәсәй беҙҙең өсөн уртаҡ стратегик партнер һәм туғандаш дәүләт булып тора. Ил төбәктәре менән иҡтисади бәйләнештәр төҙөү бик мөһим. Абхазия инвесторҙар өсөн һәр саҡ асыҡ», - тине Аслан Бжания.
Автор:Инсаф Хужабирганов
Автор:
Читайте нас: