

Был турала бөгөн республика етәксеһе рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде.
Хәбәр итеүебеҙсә, аҡса ғаиләнең килеме йәшәү минимумынан түбән булған осраҡта бирелә. Оператив кәңәшмәлә һыу инеү миҙгеленә әҙерлек хаҡында ла һүҙ барҙы, быйыл йылға-күл буйҙарында йыһазландырылған майҙансыҡтар арта. Әле 137 пляж ял итеүселәрҙе ҡабул итергә әҙер.
Оператив кәңәшмәлә туристик миҙгелгә әҙерлек барышы ла тикшерелде. Әле өҫтөнлөклө инвестиция проекттарының механизмдары туризм өлкәһенә лә таратылған. Дәүләт ярҙамы, һалым ташламалары алыуға 10 миллион һумлыҡ проекттар ҙа дәғүә итә ала, элек был күрһәткес 100 миллион һум ине.
Бынан тыш, туристик маршруттарҙы үҫтереү, балыҡсылыҡты, этнотуризмды, глэмпингтарҙы, ҡунаҡханалар селтәрен үҫтереү буйынса ҡарар проекты әҙерләнә. Радий Хәбиров туристарҙы йәлеп итеү йәһәтенән әүҙемерәк эшләү бурысын да ҡуйҙы.
Рәмзиә Кәримова