

27 майҙа Өфөнән Антальяға чартер авиарейстары асылды, тип хәбәр итте баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәте.
Рейстар шишәмбе, йома һәм йәкшәмбе көндәрендә башҡарыла. Бөгөн 232 пассажир тәүге «Боинг-767-300» менән Төркиәгә юлланды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда йәшәүселәргә ял итеү өсөн 14 авиайүнәлеш, шул иҫәптән Истанбул, Дубай һәм Ереван асыҡ.