Яңылыҡтар
24 Май 2022, 05:05

Республикабыҙ Башлығы коронавирусҡа ҡаршы йәнә прививка яһата

..

Республикабыҙ Башлығы коронавирусҡа ҡаршы йәнә прививка яһатаРеспубликабыҙ Башлығы коронавирусҡа ҡаршы йәнә прививка яһата
Республикабыҙ Башлығы коронавирусҡа ҡаршы йәнә прививка яһата

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡаларға өлгө күрһәтеп, коронавирус инфекцияһына ҡаршы ревакцинация эшләтергә булған. Был турала ул бөгөн республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте.

“Хөрмәтле коллегалар, муниципалитеттар башлыҡтары, халыҡты ревакцинациялау буйынса эш башлауығыҙ өсөн рәхмәт. Мин үҙем дә ревакцинация үтергә ҡарар иттем”, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин район-ҡалаларҙа ковидҡа ҡаршы ҡабаттан прививка яһау әүҙем барыуы хаҡында һөйләне.

Бөгөнгө көнгә ҡарата 513 меңдән ашыу кеше ревакцинация үткән. 31 авгусҡа тиклем 1,1 миллиондан күберәк кешене яңынан прививкалау планлаштырыла.

“Дәүләт хеҙмәткәрҙәре ревакцинацияны әүҙем башланы. Һуңғы аҙнала Хөкүмәт аппараты, Финанс министрлығы, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы хеҙмәткәрҙәре араһында коронавирусҡа ҡаршы яңынан прививка эшләтеүселәр айырыуса күп”, – тине Азат Рәхмәтуллин.

 Әлеге ваҡытта республикабыҙҙа вакцинация үтергә тейешле халыҡтың 101,2 проценты зәһәр инфекцияға ҡаршы прививканың ике компонентын да ҡаҙатҡан.

Үткән тәүлектә Башҡортостанда коронавирус 87 ауырыуҙа раҫланған. Пандемия башланғандан алып уны йоҡтороусылар – 287 834.

“Стационарҙарҙа ковидтан 117 сырхау дауалана, амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 555, – тине һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин. – Тәүлек эсендә коронавирустан үлеү осраҡтары юҡ”.

Республикала яһил вирустан йәмғеһе 5 660 кешенең ғүмере өҙөлгән, шуларҙың 4 878-е – өлкән йәштәгеләр.

Фото “Башинформ”дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Автор:
Читайте нас