Яңылыҡтар
17 Май 2022, 06:06

Башҡортостанда һалҡынса һауа торошо аҙна аҙағына тиклем һаҡлана

-

Башҡортостанда һалҡынса һауа торошо аҙна аҙағына тиклем һаҡланаБашҡортостанда һалҡынса һауа торошо аҙна аҙағына тиклем һаҡлана
Башҡортостанда һалҡынса һауа торошо аҙна аҙағына тиклем һаҡлана

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала республика биләмәһендә атмосфера баҫымы түбән була. Һауа торошонда әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй.

17-19 майҙа ямғырҙар тынмай, урыны менән йәшенле, көндөҙ боҙ яуыуы ихтимал. Уртаса һауа температураһы норманан 2-4 градусҡа түбәнерәк. Төндә +2+7 , урыны менән +9, көндөҙ +11,+16 градус булыуы көтөлә. Аҙна һуңында һауа температураһы бер аҙ түбәнәйә, төндә аяҙытҡанда тупраҡ өҫтөндә ҡырау төшөүе мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-05-16/v-bashkirii-do-kontsa-nedeli-sohranitsya-holodnaya-pogoda-2805878

Фото:Ксения Калинина.

Автор:
Читайте нас