

Хужалыҡта бөгөн ҡыҙыу осор – күп йомортҡа һалған тауыҡтарҙы халыҡҡа һатыу менән мәшғүлдәр.
–Март уртаһынан бөгөнгө көнгә тиклем 3 меңдән ашыу тауыҡ һаттыҡ. Клиенттар өйҙән килеп алыуҙан тыш, төрлө ауылдарға баҙарға сығып һатабыҙ. Ҡоштарҙы төрлө ауырыуҙарҙан ҡурсалау маҡсатында техниканы дезинфекциялайбыҙ, яңы партия ҡош-ҡорт килтерер алдынан ветеринария станцияһы хеҙмәткәрҙәре улар торған һарайҙы эшкәртә.
Линда тоҡомло ҡаҙ бәпкәләрен алып ҡайттыҡ. Хаҡы–240 һум, ә тамбов тоҡомлоһо 250 һум.
Тиҙҙән өйрәк себештәре һата башлайбыҙ. Бер миҙгелдә беҙҙең ҡулдан яҡынса 15 меңләп себеш үтә. Өйрәкте май айынан сентябргә тиклем алырға була, ул 3 ай эсендә өлгөрә. Ҡаҙ, бройлер, мулард тоҡомло өйрәктәр май-июнь айҙарында һатыуҙа буласаҡ, – тип һүҙ башланы йәш фермер.
“Ғәлина” фермер хужалығы бына байтаҡ йылдар инде район халҡын ғына түгел, ә Урал аръяғы төбәген, күрше өлкәләрҙе лә сифатлы ҡош-ҡорт менән тәьмин итә. Эшҡыуар Зөлфиә Илдар ҡыҙы әлеге миҙгелгә лә яҡшы әҙерләнгән, бинала бөтә гигиена саралары үтәлгән. Ғөмүмән, бында кәрәкле ветеринария ҡағиҙәләре үтәлә, тимәк, ҡош-ҡорт ауырый, үлә тип ҡурҡмай алырға була.
Шулай уҡ Зөлфиә яҙғы сәсеү кампанияһына ла әҙер. Хужалыҡта эшсе кадрҙар бар, техника төҙөк. Быйыл 1200 гектарҙа ҡаты һәм йомшаҡ сортлы бойҙай, етен, көнбағыш сәсеү планлаштырыла.
–2011 йылда атайым ҡош-ҡорт менән сауҙа эшен башлап ебәрҙе. Был ваҡытта 11-се класта уҡығанда ҙур теләк менән уға ярҙам итә башланым. Артабан ҡоштарға уңайлы ҙур һарай төҙөп, был эшкә ныҡлап тотондоҡ. Ял итергә теләүселәргә сауна ла асып ебәрҙек. 8 йыл элек атайым игенселек менән шөғөлләнә башлап, крәҫтиән-фермер хужалығы асты. Атайым былтыр ваҡытһыҙ мәрхүм булып ҡалды, әммә ул нигеҙ һалған эште ташламайбыҙ. Бәләкәй һеңлем Илнара БДПУ-ла физика-математика факультетының һуңғы курсында уҡып йөрөһә лә, йыш ҡайтырға тырыша. Ҡулынан килгәнсе бар яҡлап ярҙам итә. Һәр беребеҙгә машиналар беркетелгән. Ике туған ҡустым Иҙел Иҫәнъюловҡа рәхмәт, баҙарға себештәрҙе алып сығырға, тейәргә, уларҙы ҡарарға ярҙам итә.
Беҙҙең фермер хужалығы яңы миҙгелгә йылдағыса яҡшы әҙерләнде, биналарға ремонт яһаныҡ. Быйыл да беҙ халыҡты үҙебеҙҙең сифатлы продукция менән ҡыуандырырға, төрлө акциялар ойошторорға ниәтләйбеҙ.
Әйтергә кәрәк, беҙ тик Башҡортостан предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Мәҫәлән, Бәләбәй, Өфө, Стәрлебаш райондары предприятиеларынан тауыҡ, себештәр алабыҙ. Унда барлыҡ ветеринария талаптары үтәлә, ваҡытында прививкалар эшләнә. Шулай уҡ себеш ташыуҙа водителдең дә роле ҙур. Эҫелә ҡоштарҙы алып ҡайтыу үҙе бер яуаплы эш.
4-10 айлыҡ күп йомортҡа һалған тауыҡтарҙың хаҡы 400 һум. Беҙҙең райондан ғына түгел, Баймаҡ, Йылайыр, Учалы райондарынан, Ырымбур өлкәһенән килеп һатып алалар,–ти Зөлфиә Ғәлина яңы миҙгелгә әҙерлек, хужалыҡтың бөгөнгө һулышы тураһында һөйләп.
Ғөмүмән, “Ғәлина” фермер хужалығы һәр саҡ халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып эшләй һәм барығыҙҙы ла көтөп ҡалалар! Аҡъяр ауылы, Аҡмулла урамы, 31"б" адресы буйынса ҡош-ҡорттарҙы барып ала алаһығыҙ.