Яңылыҡтар
28 Апрель 2022, 05:18

Хужабикәләр, был кәңәштәргә ҡолаҡ һалып ҡына ҡалмағыҙ, уларҙы хәтер һандығына һалып ҡуйығыҙ!

.

Хужабикәләр, был кәңәштәргә ҡолаҡ һалып ҡына ҡалмағыҙ, уларҙы хәтер һандығына һалып ҡуйығыҙ!Хужабикәләр, был кәңәштәргә ҡолаҡ һалып ҡына ҡалмағыҙ, уларҙы хәтер һандығына һалып ҡуйығыҙ!
Хужабикәләр, был кәңәштәргә ҡолаҡ һалып ҡына ҡалмағыҙ, уларҙы хәтер һандығына һалып ҡуйығыҙ!

*Иҙәнегеҙ линолеум икән, ҡайнар һыу менән йыуырға ашыҡмағыҙ. Төҫө тоноҡланасаҡ ҡына.
*Аш-һыу бүлмәһендәге һауыт-һабаны ялтыратаһығыҙ килсә, сей картуф ҡулланып ҡарағыҙ әле.
*Иттартҡыстан иң аҙаҡтан сей картуф сығараһығыҙ икән, уны йыуыу күпкә еңел буласаҡ.
*Һыуытҡыстағы еҫте бөтөрөргә ярҙамға лимон киләсәк. Һыу менән лимон һутын бергә-бер ҡушып, йыуып алһағыҙ, ят еҫ тиҙ бөтөр.
*Ҡулдағы һарымһак, балыҡ еҫе бөтмәйме? Ҡулығыҙҙы иң беренсе тоҙ менән, унан лимон һуты менән һөртөп алығыҙ.
*Табалағы ҡыҙған балык еҫен дә тоҙ ышҡып бөтөрә алаһығыҙ.
*Яңы аяҡ кейеме һатып алдығыҙ, ә ул ҡыҫамы? Одеколонлы мамыҡ менән аяҡ кейеменең эсен һөртөгөҙ һәм өйҙә кейеп йөрөп ҡарағыҙ. Күн йомшарып китер.
*Аш бүлмәһендәге таҫтамалды машинала йыуыр алдынан, аш һеркәһе һалынған йылы һыуҙа тотоп алырға кәрәк.

Автор:
Читайте нас