

«Ред Вингс» авиакомпанияһы өс айға аҙнаһына дүрт тапҡыр Өфө - Нур-Солтан һәм Өфө - Алматы маршруты буйынса осорға рөхсәт алды.
«Ютэйр» аҙнаһына бер тапҡыр Өфө - Ташкент маршрутын башҡарыуға ошондай уҡ рөхсәт алды.
Әлегә Нур-Солтанға (Астана) Мәскәүҙә йәки Екатеринбургта күсеп ултырып ҡына барып етергә мөмкин, юл хаҡы ике яҡҡа уртаса 35 мең һумға төшә, юлға 10-29 сәғәт ваҡыт китә.
Ташкентҡа - уртаса 45 мең һум, шулай уҡ башҡа ҡалаларҙа икенсе самолетҡа күсеп ултырырға, ә юлға 12 сәғәт тирәһе ваҡыт кәрәк.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар