

Беҙҙең ауылыбыҙҙа бик матур ғаиләләр йәшәй. Уларға ҡарап һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ. Шуларҙың береһе, 4 матур, тырыш, уңған балалар тәрбиәләүсе Хунафиндар ихтибарға, ихтирамға лайыҡ. Ғаилә башлығы Ильмир Йомагужа улы ҡатыны Гөлфиә Гилмитдин ҡыҙы менән икеһе ла Ҡәйүм Әхмәтшин исемендәге Әбеш урта мәктәбендә оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләйҙәр. Илмир Йомағужа улы мәктәп директоры булып та уңышлы эшләне, физика, география дәрестәрен уҡыта, Гөлфия башҡорт теле, әҙәбиәте буйынса балаларға белем бирәләр. Гөлфиә Гилмитдин ҡыҙы быйыл "Йыл уҡытыусыһы" конкурсында ҡатнашып белем биреү буйынса дәрес үткәреү оҫталығын күрһәтте. Үҙе дәртле, егарле, барлыҡ сарала әүҙем ҡатнаша. Бик матур итеп йырлай ҙа бейей ҙә, өсөнсө ҡыҙы Илүзә менән дә бергалап сәхнәлә матур сығыш яһайҙар. Иң кесе улдары Илсур ҙа өс апйынан ҡалышмай, бейеүгә бик оҫта. Ауылыбыҙҙа үткән байрам, концерттар уның бейеүеһеҙ үтмәй, егеттең бейеүен яратып алҡышлап ҡарайбыҙ. Иң оло ҡыҙы Вилюрә атай әсәһенең династияһын дауам итеп уҡытыусы һөнәрен һайлап Сибай университетында уҡып йөрөй. Икенсе ҡыҙы Гөлфинә лә, Сибай педагогия колледжы студенткаһы. Гөлфиә ауыл клубында "Мәрйен" бейеу, "Ынйы" йыр коллективында йөрөй, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзаһы, һәр сарала, эштә ихлас ҡатнаша, бар нәмәгә етди, яуаплылыҡ менән карай. Ильмир улы беҙҙең ауыл детутаты ла булып тора. Уларҙың быйыл бергә тормош ҡороуҙарына ла 20 йыл. Бына шундай тырыш, йәштәр йәшәй беҙҙең ауылда, Уларға һаулыҡ, оҙон ғүмер балалар бәхете теләйбеҙ!
"Шуны әйтәм, ауылым матур Таһир, Зөһрәләр менән! "
#Айыҡауыл2021
#БәләкәйАрыҫланғол
#Трезвоесело2021
#ҡоролтай
#ВсемирныйКурултайБашкир
#КультураХайбуллы
#МалоарслангуловскийСК
https://vk.com/public139427987