"Һаулығыңды йәштән һаҡла, насар ғәҙәттәрҙән ары тор!" Исеме аҫтында ауыл, ялға ҡайтҡан, күрше Әбеш ауылынан килгән йәштәр менән Бәләкәй Арыҫланғол ауылы Фельдшеры Мухаметова Баныу һәм мәҙәни сараларҙы ойоштороусы Сурина Гөлназ түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Ентекле итеп һөйләшеүҙәр, лекция уҡыу, аралашыу, унан һуң бәләкәй генә тест аша балаларға, йәштәргә спиртлы эсемлектәрҙең зарары тураһында аңлатыу, алама ғәҙәттәргэ ылығып ҡуймаһындар тип ҡурсалау эше алып барылды. Сәләмәт йәштәр -сәләмәт киләсәк икәнен яҡшы аңлай йәштәр. Әүҙем физик күнекмәләр менән, спорт, сәнғәт менән дуҫ улар. Һынатмаҫтар, беҙ уларға ышанабыҙ! һау ғына йөрөһөндәр, уңыштар уларға!
#Айыҡауыл2021
#БәләкәйАрыҫланғол
#Трезвоесело2021
#ҡоролтай
#ВсемирныйКурултайБашкир
#КультураХайбуллы
#МалоарслангуловскийСК
#Айыҡауыл2021
#БәләкәйАрыҫланғол
#Трезвоесело2021
#ҡоролтай
#ВсемирныйКурултайБашкир
#КультураХайбуллы
#МалоарслангуловскийСК



