


2022 йылда күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән 200 ғаилә йорт һалыу өсөн ер урынына 250 мең һумлыҡ сертификат аласаҡ.
Был турала республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская матбуғат конференцияһында белдерҙе.
Уның әйтеүенә ҡарағанда, ергә хоҡуғы булған ғаиләләрҙең 82 проценты аҡсалата компенсация алырға риза. 2020 йылда – 200, 2021 йылда 400 сертификат бирелгән.