


“Демография” милли проектына ингән төбәк проекттарының береһе – “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙы, сәләмәт туҡланыуҙы һәм насар ғәҙәттәрҙән баш тартыуҙы индереп, сәләмәт йәшәү рәүешенә мотивациялау системаһын булдырыу”. Уның менән БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы шөғөлләнә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Был проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Сәләмәт муниципалитет” программаһы эшләнгән. Уның өҫтөнлөклө бурысы булып халыҡҡа ял итеү өсөн шарттар булдырыу тора, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостандың һәр муниципалитеты һәр йүнәлеш буйынса төп проблемаларҙы билдәләй. 2024 йылға тиклем бөтә муниципаль берәмектәр йәмәғәт сәләмәтлеген нығытыу буйынса муниципаль программаларының һөҙөмтәлелеген күрһәтергә тейеш.
Әле республикала йәмәғәт сәләмәтлеген нығытыу буйынса 39 муниципаль программа эшләнгән һәм раҫланған. Шулай уҡ 39 муниципаль берәмектә сәләмәтлекте нығытыу буйынса муниципаль программаның саралар планы әҙерләнгән.
Был программаны бойомға ашырыуҙа Республика йәмәғәт сәләмәтлеге һәм медицина профилактикаһы үҙәге ярҙам итә.
Бөгөн сәләмәт тормош рәүеше һайлаусылар артҡандан-арта. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы уларҙың башланғысына булышлыҡ итергә тырыша. Һаулыҡҡа яуаплы һәм һаҡсыл мөнәсәбәт, әүҙем тормош рәүеше, насар ғәҙәттәрҙән баш тартыу оҙон ғүмергә, тормош сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итеүен иҫтә тоторға кәрәк.