

Халыҡ сәнғәте һәм Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә Иләс ауыл мәҙәниәт йортонда "Аулаҡ өй" тип исемләнгән йөкмәткеле сарала ауылыбыҙ ағинәйҙәре ҡатнашты. Яңы Ергән, Садовый, Татыр -Үҙәк һәм Әбүбәкер ауылдарынан да ҡунаҡтар саҡырылғайны.
Ойоштороусылар яғынан "Етегән" халыҡ фольклор коллективы "Яусылау" һәм "Бирнә йыйыу" йолаларын сәхнәлештерҙе. Шулай уҡ ҡул эштәре күргәҙмәһе, боронғо аш-һыу өҫтәле әҙерләнгән ине. Ҡунаҡтар ҙа күстәнәстәр тотоп килгәндәр.
Ошондай фәһемле саралар булып торһон, киләсәктә лә бергә аралашып, мәҙәниәт өлкәһен үҫтереүҙә тәжрибә туплап ҡатнашып эшләргә яҙһын. Байрам бик оҡшаны, ҙур рәхмәт!
#УфаМКРБ#УфаРЦНТ
#КультураХайбуллы
#НовозирганскийСДК
#Годкультурногонаследия