

Шашка уйыны бик боронғо уйын һанала. Йәшенә, сәламәтлегенә ҡарамаҫтан был уйынды һәр бер кеше уйнай ала.
Шашка уйыны логик фекерләүҙе, хәтер, фантазияны үҫтерә, түҙемле, ныҡышмал, тыныс булырға, күп нәмәне иҫтә ҡалдырып, киләсәктә ҡулланырға, еңеүгә ынтылыш, лайыҡлы еңә һәм еңелә белергә өйрәтә. Балалар өсөн донъяны танып белеү сараһы, хеҙмәт мәктәбе һәм һәр яҡлап гармониялы үҫеү сығанағы ла. Ысынлап та, уйнаған саҡта бала өҙлөкһөҙ хәрәкәттә була, ә был хәл инде уның бөтә яҡлап йылдам үҫеүен тәьмин итә, был боронғо уйын төрөнөң тәрбиәүҽ роле бик ҙур.
Бөгөн мәҙәниәт йортонда уҡыусылар өсөн "Шашка башлылар уйыны" исҽмлҽ турнир уҙҙы.
#Шашка
#ЮлбарсовскийСДК
#КультураХайбулла