

Йома, шәмбе көндәрендә Һаҡмар Наҙарғол һәм Бәләкәй Арыҫланғол ауылдарында сходтар үтте. Унда - яҙғы ташҡынға әҙерлек саралары, янғын хәуефһеҙлеге, ҡыйлыҡ, көнкүреш ҡалдыҡтарын ҡайҙа итеу, урамдарҙы төнгөһен яҡтыртыу, бәйһеҙ йөрөгән эттәр, йорт малдарын көтөу һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Ауыл хакимиәте башлығы халыҡтың һорауҙарына яуап бирҙе.
Бәләкәй Арыҫланғол халҡы район Советы тарафынан ҡабул ителгән ауылда спиртле эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйыу тураһындағы ҡарарын хуплап тағы ла тауыш бирҙе.
автор: Абишевский сельсовет https://vk.com/public174785393