

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 29 мартта республикала көндөҙ урыны менән буран сығыуы, боҙлауыҡ булыуы, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе, автомобиль юлдарында 500 метрҙан күреү мөмкинлегенең кәмеүе көтөлә.
«Көслө ел иҫкәндә электр тапшырыу линиялары, ағастар, реклама таҡталары янында тормаҫҡа кәңәш итәбеҙ. Водителдәргә үтә иғтибарлы булырға, автомобилдәр араһында арауыҡты һаҡларға, тиҙлек режимын үтәргә, хәүефһеҙлек ҡайыштары һәм хәүефһеҙ уҙыу ҡағиҙәләре тураһында онотмаҫҡа кәрәк. Ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуғанда 101 йәки 112 телефондарына шылтыратырға кәрәк», - тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар