Яңылыҡтар
18 Март 2022, 05:50

Республикаға Луганск халыҡ республикаһынан балалар килде

..

Республикаға Луганск халыҡ республикаһынан балалар килдеРеспубликаға Луганск халыҡ республикаһынан балалар килде
Республикаға Луганск халыҡ республикаһынан балалар килде

Республикаға Луганск халыҡ республикаһының Петровское ҡалаһынан 30 бала шифаханаға ял итергә килде. Улар  ҡалала Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән 22- се һанлы мәктәп уҡыусылары. Балалаларҙың иң олоһона – 17, кесеһенә 10 йәш. Республика Башлығы Радий Хәбиров был хаҡта  үҙенең сәхифәһендә фекерҙәре менән бүлеште.

  • Был балалар атыш тауыштары аҫтында йәшәүгә күптән күнгән. Улар йәшәгән төбәктә уның тынғаны ла юҡ. Күптәре ғәҙәти, тыныс тормошто тәүгә күреүе. Сөнки балаларҙың иң бәләкәйенә, ун йәшлегенә, һуғыш башланғанда ни бары ике йәш тула. Ошо арауыҡта Донбаста хәрби бәрелештәр бара, ә Петровское ҡалаһында хатта педиатр кеүек табиб та юҡ. Шуға күрә уҡыусыларҙы маҡсатлы рәүештә шифаханаларға урынлаштырҙыҡ. Йәш ҡунаҡтарыбыҙға яҡшы программа әҙерләнек. Уларға республиканы, хоккей матчын күрһәтеү ҡаралған. Башлыса ғәҙәти тормошта балаларҙың каникулдары шулай үтергә тейеш тә. Башҡортостанда булған көндәр уҡыусыларҙың күңелендә мәңгегә ҡалыр, үҙҙәре йәшәгән ерлектәге  һуғыш мәхшәрен бер аҙ оноторға мөмкинлек бирер тип уйлайым, - тигән республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Автор:
Читайте нас