

Өфөлә журналистар менән осрашыуҙа Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин республикабыҙҙа битлек режимына ҡағылышлы һорауға яуап бирҙе.
Ул ковидҡа бәйле саралар хаҡындағы ҡарарҙарҙың коронавирус буйынса оператив штабта ҡабул ителеүен билдәләп үтте.
“Беҙ әле эпидемиологик хәлдең һиҙелерлек һәйбәтләнеүен, ауырыуҙар һаны кәмеүен күрәбеҙ. Динамика яҡшырғандан-яҡшыра. Шулай уҡ койка фондына бәйле хәл тотороҡланыуын билдәләйбеҙ – ковид-койкалар кәметелә, профиль йүнәлешендә булмаған инфекция стационарҙары ябыла бара. Көс тап Республика инфекция дауаханаһына, Туймазыла яңы асылған үҙәккә тура килә. Әле Сибайҙа инфекция үҙәге асыуға әҙерләнәбеҙ”, – тип хәбәр итте министр.
Ул тәүге звено, амбулатор-поликлиника хеҙмәткәрҙәре ҡәҙимгесә эшләүгә ҡайтыуын өҫтәне.
“Яҡын ваҡытта, шуларҙың барыһын да иҫәпкә алып, оператив штабҡа тәҡдимдәр индерәсәкбеҙ, бергә тикшереп, ниндәйҙер ҡарарҙар ҡабул итәсәкбеҙ”, – тине Максим Забелин.
Билдәле булыуынса, Мәскәүҙә, эпидемиологик хәл яҡшырыу сәбәпле, 15 марттан битлек режимы ғәмәлдән сығарылды һәм биналарға ингәндә тән температураһын үлсәмәй башланылар.
Фото “Башинформ”дан алынды.