Яңылыҡтар
18 Март 2022, 06:11

Аҡнаҙарҙар ФАП-лы булды

..

Аҡнаҙарҙар ФАП-лы булдыАҡнаҙарҙар ФАП-лы булды
Аҡнаҙарҙар ФАП-лы булды

Ошо көндәрҙә Аҡъюл ауыл биләмәһенең Аҡнаҙар ауылында өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа инде. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медицина-санитар ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” проектына ярашлы сафҡа ингән заманса медицина учреждениеһы - районда һуңғы йылдарҙа асылған туғыҙынсы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктының береһе.

Фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу  тантанаһына ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашырға муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Шәрипов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Рәмилә Шәрипова, Аҡъюл ауыл Советы биләмәһе башлығы Буранбай Илбәков килде һәм ауыл халҡы ҡатнашты.

Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 11-се һанында

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас